Болдырева Любовь Петровна
Болдырева Любовь Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 24 июнь 1924 |
Тыуған урыны | Форпост[d], Становское сельское поселение[d], Большеуковский район[d], Омск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 2 август 1979 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Северо-Любинский[d], Любинский район[d], Омск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Болдырева Любовь Петровна (24 июнь 1924 йыл — 2 август 1979 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Омск өлкәһе Любинский районы «Төньяҡ-Любинский» тоҡомсолоҡ совхозының һауынсылар бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Любовь Петровна Болдырёва 1924 йылда Омск губернаһы Тар өйәҙенең Форпост ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Иртә эшләй башлай, 1939 йылда Омск өлкәһенең Исилкүл районы «Баррикадалар» колхозына эшкә килә.
1947 йылдан Омск өлкәһе Любинский районының «Төньяҡ-Любинский» тоҡомсолоҡ совхозында эшләй башлай. Тәүҙә һауынсы, һуңынан һауын һыйырҙар көтөүенең бригадиры булып эшләй. 1965 йылда уның бригадаһы һөт һауыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә — уртаса һәр һыйырҙан йылына 4650 килограмм һөт һауып ала. Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән малсылыҡтағы юғары күрһәткестәре өсөн Болдырева Любовь Петровнаға Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем совхозда эшләүен дауам итә.
Төньяҡ-Любинский ҡасабаһында йәшәй.
1979 йылдың 2 авгусында вафат була[1]. Урындағы зыяратта ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (22.03.1966)
- Ленин ордены (22.03.1966)
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ-Любинский ҡасабаһында урамдарҙың береһе Социалистик Хеҙмәт Геройы Болдырева исемен йөрөтә. Шулай уҡ уның исеме Төньяҡ-Любинский ҡасабаһында Хеҙмәт Геройы мемориалында мәңгеләштерелгән[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия омск өлкәһе, 2 томда. — Омск, 2010.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Могила Героя Социалистического труда Болдыревой Любови Петровны, Омская область, Любинский район, Северо-Любинское с/п, п. Северо-Любинский, кладбище . kartarf.ru. Дата обращения: 7 октябрь 2019.
- ↑ Увековечена память Героев Труда . mayak-gazeta.ru. Дата обращения: 7 октябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болдырева Любовь Петровна . «Герои страны» сайты.