Бондарюк Ольга Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бондарюк Ольга Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 30 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Юго-Восточная область[d], Кубанский округ[d], Северский район[d], Ильский[d]

Ольга Ивановна Бондарюк (30 август 1924) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы; Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ольга Ивановна Бондарюк 1924 йылдың 30 авгусында Ильская станицаһына (хәҙер — Краснодар крайының Северский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1938 йылдан башланғыс белем алып. 14 йәшенән Северский районының «Большевик» колхозында эшләй башлай. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башында окоп, танкҡа ҡаршы йырындар ҡаҙыуҙа, Абинскта самолеттар өсөн ышыҡ эшләүҙә ҡатнаша.

1945 йылда, һуғыштан һуң, тәмәке һәм бойҙай үҫтереүсе баҫыу звеноһын етәкләй. 1947 йылда О.И.Бондарюк звеноһы туғыҙ гектар майҙанда һәр гектарынан 31,66 центнер бойҙай уңышы ала.

СССР Юғары Советы Президиумының1948 йылдың 6 майындағы указы менән « 1947 йылда кукуруз һәм бойҙайҙан юғары уңыш алғаны өсөн» Бондарюк Ольга Ивановнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә

1965 йылдан О И. Бондарюк тәмәке һәм махорканың Бөтә Союз тәжрибә институтында эшсе булып эшләй һәм тәмәке үҫтереү буйынса егерме йыл шөғөлләнә.

Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң Краснодар ҡалаһына ҡыҙы янына күсеп килә, хәҙерге Краснодар крайы Северский районының Ильский ҡасабаһында йәшәй.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кузоватов С. Бондарюк Ольга Ивановна. «Герои страны» сайты. 10 март 2020 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Большая Кубанская энциклопедия. — Т. 1: Биографический энциклопедический словарь. — Краснодар: Центр информационного и экономического развития печати, телевидения и радио Краснодарского края, 2005. — 368 c.