Эстәлеккә күсергә

Боронғо Греция архитектураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парфенон 2008 йылдан һуң ҡалала реставрация.

Боронғо грек архитектураһы Европа архитектураһына нигеҙ һалған һәм бөтә донъя архитекторҙарына өлгө булған. Боронғо Греция архитектураһы аллаға бүләккә ҡорбан килтереү өсөн барлыҡҡа килгән. 

Иң боронғо крит-микен, Гомерға тиклем һәм Гомер осорҙарына  боронғо тарих һәм архитектура үҫешенә  Криттағы Кносса һәм Феста  емереклектәре,  утрауҙарҙағы киклад мәҙәниәтле ҡалалар, циклопик һәм мегалитик Тиринф хазиналары, Элевсин һәм Дельфалағы стеналар,  Павсаний телгә алған Амикл янындағы Менелая һәм Орхомен янындағы Мациас хазина урындары  һ.б. Микендың боронғо емереклектәрен һәм беҙҙең эраға тиклем 2000 йылға ҡараған Аргос, Олинф, Орхомен һәм башҡа ҡалаларҙағы айырым һәйкәлдәрҙе микен ваҡытына индерәләр.

Греция архитектураһының төп осорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архаик дәүер (беҙҙең эраға тиклемге VII быуатҡа тиклем Солона ваҡытына тиклем (беҙҙең эраға тиклем 590 йыл))

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дельфала афиналыларҙың хазина урыны










Төп принциптарҙы һәм формаларҙы эшкәртеү өсөн эшләнгән

Дельфала афиналыларҙың  тергеҙелгән хазина урыны сокровищница афинян в Дельфах (инг.)баш. (инг.)баш. — архаика осороноң "анта"лағы дорический храмының сағыу өлгөһө.

Иртә-классик осор (беҙҙең эраға тиклем 590 — беҙҙең эраға тиклем 470 йылдар )

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эфестағы Артемида храмы
Дельфы.  Аполлон ҡорамы емереклектәре

Беҙгә тиклем килеп еткән икенсе осор ҡоролмалары беҙҙе шуға ышандыра: грек архитектураһының сит йоғонтоларҙан әкренләп азат булыуы, Азия һәм Мысырҙан индерелгән элементтарҙың халыҡ рухына һәм уның дини ҡараштары һәм йолалары шарттарына ярашлы итеүе уның төп асылын билдәләй. Был осорҙа бөтә ҡаралты — башта ауыр һәм бик күркәм булмаған, әммә  һуңынан еңел, ҡыйыу һәм матурға әйләнгән дорический стилдә. Грецияның үҙендә урынлашҡан  был  дәүер ҡорамдарынан Олимпиялағы Гераның ғибәҙәтханаһы, Афиналағы Зевс ҡорамы, Делфалағы Аполлон ҡорамы (боронғо Грециялағы иң билдәле һәм матур ғибәҙәтханаларҙың береһе) һәм әлеге көндә Мюнхен глиптотекаһында һаҡланған һәм уның фронтондарын биҙәгән яңы осорҙа скульптура төркөмөндә киң билдәлелек яулаған Эгина утрауындағы Афина Палладаһы ҡорамы. Ул осорҙа бай грек колонияларын булған Сицилияла һәм Көньяҡ Италияла боронғо дорический ҡорамдар байтаҡҡа күберәк. Сицилияла 20-нән ашыу ғәйәт ҙур һәйкәлдәр иҫәпләнә, ә тап Селинунтала, Акрагантала (Агридженто); Сиракузда һәм Эджеста (Сегеста). Амальфи янында Пестумдағы Посейдон ҡорамы — әлеге дәүерҙең һаҡланып ҡалған иң күркәм ҡоролмаларҙың береһе; уға шул уҡ урындағы Пестум Деметраһы ҡорамы ҡалдыҡтары һәм Пестумдағы Базилик тип аталыусы ҡорамдар ҡарай.  Ниһайәт, был осорға Герострат тарафынан яндырылған, Александр Македонский ваҡытында яңыртылған һәм инглиз археологы Вуд тарафынан тикшерелгән донъяның бер мөғжизәһе булып һаналған Эфестағы Артемида ҡорамы ла индерелергә тейеш.

Классик осор (беҙҙең эраға тиклем 470 — 338 йылдар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өсөнсө осор ағымында, йәғни грек сәнғәтенең иң сағыу ваҡытында, дорический стиль, хакимлығын дауам итеп, үҙенең формаларында үҙгәртеүҙе еңелләштерә, ҡыйыуыраҡ була бара, ионик стиль иһә торған һайын ҡулланылыуға инә бара, һәм, ниһайәт, әкренләп коринф стиле лә гражданлыҡ хоҡуғы ала. Грецияның үҙендәге ҡорамдар дөйөм характеры буйынса, шулай уҡ айырым өлөштәрҙең пропорционаллеге буйынса ла, аҫыл һәм яраҡлашыусан була бара; Малоазия колонияларында төҙөүселәр материалдың матурлығы, формаһы һәм биҙәлеше тураһында хәстәрлек күрәләр; архитектура дорический элеметтарҙа әйләнеүен дауам иткән Сицилияла төҙөүселәр ғәйәр ҙур ҡоролмалар төҙөргә тырыша. Ҡом һәм таш урынына төҙөлөш өсөн мәрмәр ҡулланыла, сөнки уны бөтә нескәлектәрендә эшкәртергә мөмкин, ә был биҙәүҙе тағы ла гүзәлерәк күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Өсөнсө дәүер башында төҙөлгән Афиналағы Тесей ҡорамы доризмдың иң иҫ киткес әҫәрҙәренең береһен тәшкил итә. Улар менән бер үк ваҡытта тиерлек ике һәйкәл барлыҡҡа килә. Улар, бигерәк тә, Афина акрополенә ингәндә, Илисса ҡорамы (хәҙер емерелгән) һәм Ники Аптерос (Ники Бескрылой), ионик стилдең иҫ киткес өлгөләрен асыҡ күрәһәтә. Ҡыҙыу төҙөлөш эшмәкәрлеге Афинала Перикл хакимлығы менән билдәләнә. Ул осорҙа перстар юҡ иткән боронғо акрополь ғибәҙәтханалары урынында иң элек Парфенон, архитекторҙар Иктин һәм Калликрат төҙөгөн һәм Фидий , уның уҡыусыларының скульптура эштәре менән бай биҙәлгән күркәм алиһә ҡорамы ҡалҡып сыға. Был ҡорам Пропилеев төҙөлөшө башланғанда, тамамланмай ҡала. Пропилеев  - акрополь тантаналы ҡапҡаһы, унда архитектор Мнезикл дорический һәм ионик стилдәрҙе  берләштереүгә өлгәште,  фасадты беренсе, ә эске колоннаданы икенсе ҡулланған. Афиналағы төҙөүселәрҙең сағыу уңыштары Аттика һәм Пелопоннестың башҡа урындарында төҙөлөш һәм архитектура эшмәкәрлегенә көслө йоғонто яһай. Мәҫәлән, Парфенон, Иктин архитекторҙарының береһе етәкселегендә  зиннәтле Астраль сиркәүе һәм Бассалағы Эпикурейский Аполлон ғибәҙәтханаһы (Фигалейя, Аркадия) төҙөлә. Шул уҡ  дәүергә үҙенең скульптура биҙәлеше , йәғни Фидий эшләгән ғәйәт ҙур аллалар атаһы статуяһы буйынса күренекле булған Олимпиялағы Зевс ҡорамы ла ҡарай.

Эллинизм дәүере (беҙҙең эраға тиклем 338— 180 йылдар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек сәнғәтенең дүртенсе дәүер мәлендә архитектура үткән осорҙағы зауыҡлығын һаҡламай инде. Элладаға үтеп ингән Көнсығыш йоғонтоһо аҫтында рәссамдар иң элек ҡоролоштарҙың ҡабарынҡы һәм эффектлы булыуы тураһында хәстәрлек күрәләр; һәр ерҙә коринф ордерына ынтылыш хөкөм һөрә; граждан характерындағы - театр, һарай һ.б. бинадар төҙөлә. Иҫкенән яңыға күсеү йүнәлеше Тегейҙа скульптор Скопас төҙөгән Афиналағы Крылатой ҡорамында күренә. Аҙаҡ дүртенсе дәүерҙәге һәйкәлдәрҙән Немейҙағы Зевс һәйкәле һәм бер нисә ҙур булмаған Афиналағы нәзәкәтле ҡоролоштар иғтибарға лайыҡ. Бигерәк тә Лисикрат хорагик һәйкәле һәм шулай аталған Елдәр Башняһы. Матурлығы менән һоҡландырған күп кенә биналар кесе Азияла ошо дәүерҙә барлыҡҡа килә. Айырып әйткәндә, карий батшаһы Мавсолуға күренекле ҡәбер һәйкәле (Галикарнастағы Мавзолейц), Пифей эшләгән Приеналағы Афина ҡорамы, Милетта Феб Дидимскийҙың ғәйәт ҙур ҡорамы һәм Пергамалағы бөйөк Зевс алтаре. Ул иҫ киткес оҫталыҡ менән эшләнгән, уның өлөштәре Берлин музейынан килтерелгән.

Эллинистик осорға бөтә Урта диңгеҙҙә емереклектәрен күреп булған күп театрҙар һәм йәмғиәт биналары, ҡоролоштары ҡарай.Родостағы спорт стадионы - берҙән-бер һаҡланып ҡалған олимпия стадионы - айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Афина агораһы башланғыс  биналары нигеҙе, шулай уҡ Булевтерий, Метроон, көньяҡ-көнсығыш фонтаны төҙөлөшө өлөшләтә йәки тулыһынса ошо осорға тура килә.Керамика майҙандары һәм треножник урамдары, һөнәри кварталдар, монументаль ҡәбер һәйкәлдәре, Афиналағы һыу үткәргестәр тап ошо дәүерҙә төҙөлгән

Рим хакимлығы дәүерендә (беҙҙең эраға тиклем 180—90 йылдар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Греция Рим хакимлығы аҫтында ҡалғандан һуң, архитектура эшмәкәрлеге уның үҙендә бөтөнлә туҡтала тиерлек; әммә мәңгелек ҡалаға ынтылған уның рәссамдары үҙ иле сәнғәте традицияларын индерә һәм еңеүсе халыҡтың зауығына яраҡлашырға тейеш булһалар ҙа, рим сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итәләр. Ғөмүмән, грек архитектураһы үҙ тарихының һуңғы осоронда  рим сәнғәте тарихы менән ҡушыла.архитектура сәнғәте тарихына инде. һуң. Афинала артабанғы Рим осоро төҙөлөшөндә һиҙелерлек әүҙемлек менән билдәләнә, бигерәк тә Иҫке һәм Яңы Агора райондарында. ләкин был инде Рим архитектураһы була.