Эстәлеккә күсергә

Боғбонлы мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Боғбонлы мәсете
үзб. Bogʻbonli masjid
Ил Үзбәкстан Үзбәкстан
Өлкә Хорезмская область
Адресы ул. Бухарская[1]
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө квартальная[1]
Төҙөүсе Пехлеван-ҡули[1]
Төҙөлөш ???—1809[1] йылдар
Дөйөм майҙаны 291,2 м²[1]
Бейеклек 13,0 м[1]
Материал кирбес
Торошо памятник архитектуры

Боғбонлы мәсете (үзб. Bogʻbonli masjid/Боғбонли масжид; рус. Мече́ть Богбонлы́) — Ичан-Ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Инеү урынындағы таш пластиналағы шиғырҙарҙағы яҙыуға ярашлы, мәсет 1809 йылда төҙөлгән (һижри 1224 й.), бында шулай уҡ бинаны проектлаған оҫта Пахлаван-ҡулиҙың исеме күрһәтелгән. Ишектә ағасты һырлау оҫтаһы — Әдин Мөхәммәттең улы Ырыҫ (Руз) Мөхәммәттең исеме күрһәтелгән. Был семәрле ишек Яңыарыҡ районының Астана ҡышлағындағы Шәйех Мөхтәр Вәли кәшәнәһенә ҡуйылған.

Риүәйәт буйынса, мәсет ағалы-ҡустылы баҡсасылар, йәғни, боғбонлылар (боғ-бағ — төрки телдәргә фарсысанан ингән һүҙ[2]) һалған хәйриә аҡсаһына төҙөлгән.

Мәсет тура мөйөшлө итеп һалынған, ике колонналы айваны һәм көмбәҙле ҡышҡы бинаһы бар. Дөйөм майҙаны 26×13,3 м. Айвандың семәрле ағас колонналары сәнғәти йәһәттән ҡиммәте булып тора һәм Йәмиғ мәсете колонналарының орнаментын хәтерләтә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Маньковская Л., Булатова В. Памятники зодчества Хорезма / науч. ред. Г. А. Пугаченкова. — Ташкент: Издательство литературы и искусства имени Гафура Гуляма, 1978. — С. 141—142. — 192 с. — 5000 экз.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 104-се б.

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Маньковская Л., Булатова В. Памятники зодчества Хорезма / науч. ред. Г. А. Пугаченкова. — Ташкент: Издательство литературы и искусства имени Гафура Гуляма, 1978. — С. 141—142. — 192 с. — 5000 экз.
  • Боғбонли масжид — Национальная энциклопедия Узбекистана (узб.). — Ташкент, 2000—2005.