Ичан-Ҡала
Ичан-Ҡала | |
Дәүләт | Үзбәкстан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Хиуа |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан | 37,5 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][1], (iv)[d][1] һәм (v)[d][1] |
Ичан-Ҡала Викимилектә |
Ичан-Ҡала (үзб. Ichan Qa'la; рус. Ича́н-Кала́) — Үзбәкстандағы тарихи үзбәк ҡалаһының ҡеүәтле диуарҙар менән уратып алынған эске ҡалаһы — Үҙәк Азиялағы Бөтә донъя мираҫының тәүге ҡомартҡыһы. Быуаттар дауамында төҙөлгән ҡәлғә ҡоролмалары һәм һарайҙары, мәсеттәр һәм мәҙрәсәләр, кәшәнәләр,манаралар, каруанһарайҙар, мунсалар Ичан-Ҡаланы уникаль ҡала-ҡомартҡыға әйләндергән. Иҫке Хиуа ҡала-ҡурсаулыҡ статусын 1968 йылда рәсми рәүештә ала.
Килеп сығышы тураһында риүәйәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәт буйынса, Ичан-Ҡала цитаделен төҙөгәндә ҡулланылған балсыҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Мәҙинәне төҙөгәндә алған урындан килтерелгән. Һуңыраҡ барлыҡҡа килгән күл изге тип һанала. Икенсе риүәйәт буйынса, ғәжәйеп тәмле һыулы Хейвак ҡоҙоғон Нух пәйғәмбәр улы Шем ҡаҙыған.
Шулай уҡ риүәйәт буйынса, Хорезм төҙөлөшөн Шем башлай. Хорезм аша үтеп барғанда ул йоҡлап китә. Ул ваҡытта ҡала сүллек булған. Төшөндә ул ҡаланың ут менән уратып алыныуын күрә. Уянғас, ул төҙөлөш башлай һәм беренсе нигеҙ һала. Төҙөлөш ваҡытында ул ҡоҙоҡ ҡаҙып ала һәм һыуһын ҡандырғанда «хей вак! Хей вак!» («һай шәп») тип маҡтай. Тап шуға күрә ҡала Хиуа исемен ала.
Диуарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хиуала, традицияға ярашлы, ҡаланың бер-береһенән айырылған ике өлөшкә бүленеүе булған:
- Эске ҡала (цитадель, шахристан) — Ичан-Ҡала (һүҙмә-һүҙ: оборонаның эске ҡоймаһы) һәм
- Тышҡы ҡала (рабад) — Дишан-Ҡала (оборонаның тышҡы ҡоймаһы).
Ичан һәм дишан һүҙҙәре башҡортса ла аңлашылып тора: ич һәм диш — эс һәм тыш.
Ичан-Ҡаланың диуарҙары: бейеклеге 8-10 метр, ҡалынлығы 5-6 метр һәм тышҡы периметры буйынса 6250 метр.
Тышҡы һәм эске « түңәрәктәрҙең» оборона валдары самандан эшләнә[2]. Һәр 30 метр һайын Ичан-Ҡала диуарҙарында диуарҙан ситкә сығып торған түңәрәк оборона башнялары төҙөлә. Диуарҙарының өҫкө өлөшөндә ҡамау ваҡытында дошманға атыу өсөн тар амбразуралы тешле яндауырҙар бар.
Оборона нығытмалары системаһында һыу менән тултырылған соҡорҙар була; хәҙер ҙә был көньяҡ өлөштәге рельеф буйынса һиҙелеп тора, ә төньяҡта һәм көнбайышта боронғо соҡорҙарҙы асфальт ҡаплаған.
Ҡала ҡапҡалары ла һаҡлағыс системаның бер өлөшө булған. Һаҡланып ҡалған ҡапҡалар миҫалында уларҙың аркалы юлының ике яғында урынлашҡан «һуҡма» башнялары булыуы күренә, ә ҡапҡа өҫтөндә шулай уҡ күҙәтеү галереялары бар. Ҡапҡа аркалары артында ҡала яғына юл аркалы ҡыйыҡ (Кой-Дарваза) менән ҡапланған, йәки коридоры бик оҙон булһа, бер нисә көмбәҙ төҙөлгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Көнбайыш ҡапҡа
-
Ичан-Ҡалала урам
-
Пахлаван Мәхмүт мавзолейы эсендә
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дишан-Ҡала
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/543
- ↑ Кирпич, высушенный на солнце, размером 40×40×10 см.