Эстәлеккә күсергә

Брайс-Каньон (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брайс-Каньон
ингл. Bryce Canyon National Park
Нигеҙләү датаһы 15 сентябрь 1928
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Кем хөрмәтенә аталған Bryce Canyon[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Кейн[d]
Иң юғары нөктә Rainbow Point[d]
Туристический центр Bryce Canyon Visitor Center[d]
Әһәмиәтле урын Tropic[d] һәм Bryce Canyon City[d]
Хеҙмәтләндереүсе Служба национальных парков США[d]
Йылына инеүселәр һаны 1 464 655[1][2]
Мираҫ статусы International Dark Sky Park[d][3]
Майҙан 145 км²
Рәсми сайт nps.gov/brca
Вид в ночное время
Һәйкәлдәр исемлеге National Register of Historic Places listings in Bryce Canyon National Park[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 129 272
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Bryce Canyon National Park[d]
Карта
 Брайс-Каньон Викимилектә

Брайс-Каньон (ингл. Bryce Canyon National Park) — АҠШ-та милли парк, Юта штатының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Парктың майҙаны 145 км2. Парктың төп иҫтәлекле урыны — Брайс каньоны (ингл. Bryce Canyon). Исеме каньон булыуға ҡарамаҫтан, был каньон түгел, ә Паунтсаугант яйлаһының көнсығыш яғы буйлап эрозия тарафынан барлыҡҡа килтерелгән гигант тәбиғи амфитеатр. Брайс-Каньон үҙенең худу тип аталған һәм йылға һәм күл ултырмаларының ел, һыу һәм боҙ тәьҫире һөҙөмтәһендәге эрозия арҡаһында барлыҡҡа килгән уникаль геологик структуралар менән айырылып тора. Тау тоҡомдарының ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары һәм аҡ төҫтәре, бигерәк тә ҡояш ҡалҡҡанда йәки байығанда, мауыҡтырғыс күренеш булып тора.

Брайс-Каньон яҡын-тирәләге Гранд-Каньон һәм Зайон милли парктарына ҡарағанда күпкә бейегерәк урынлашҡан. Брайс-Каньондың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 2400 метрҙан 2700 метрға тиклем, Ә Гранд-Каньондың көньяҡ сиге диңгеҙ кимәленән 2100 метр бейеклектә урынлашҡан. Шулай итеп, парк территорияһы экологияһы һәм климаты менән ныҡ айырыла, был бер сәйәхәттә өс паркка йөрөүҙе йыш ҡына берләштергән сәйәхәтселәр өсөн контраст булдыра.

Каньон эргәһендәге территорияла 1850-се йылдарҙа пионер-мормондар йәшәгән. Ул 1875 йылда был районда усадьбаға нигеҙ һалған Эбенезер Брайс хөрмәтенә аталған. Брайс каньоны тирәһендәге территория 1924 йылда милли ҡомартҡы статусына эйә була, ә дүрт йылдан һуң милли парк тип үҙгәртелә. Паркҡа килеүселәр һаны буйынса Гран-Каньон һәм Зайон милли парктарынан ғына ҡалыша — был башлыса Брайс-Каньондың алыҫ урынлашыуына бәйле. Юта штатының Канаб ҡалаһы был өс парк араһында үҙәктә урынлашҡан.

Брайс-Каньон панорамаһы
  1. https://irma.nps.gov/STATS/SSRSReports/National%20Reports/Annual%20Park%20Ranking%20Report%20(1979%20-%20Last%20Calendar%20Year)
  2. https://irma.nps.gov/Stats/SSRSReports/National%20Reports/Query%20Builder%20for%20Public%20Use%20Statistics%20(1979%20-%20Last%20Calendar%20Year)
  3. https://www.darksky.org/our-work/conservation/idsp/parks/bryce-canyon-national-park-u-s/