Эстәлеккә күсергә

Братислава паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Братиславский парк
Төп мәғлүмәт
Майҙаны5,6 га
Нигеҙләнгән ваҡыты1998 
Урынлашыуы
55°39′13″ с. ш. 37°45′09″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыМосква
ҠалаМосква 
Ҡала районыМарьино
МетроҠалып:MOSMETRO icon Братиславская
Ҡалып:MOSMETRO icon Марьино 
Рәсәй
Красная точка
Братиславский парк
 Братислава паркы Викимилектә

Братислава паркы — Мәскәүҙең Көньяҡ-Көнсығыш административ округының Марьино районындағы биш парктың береһе. Новомарьино һәм Мячков булвары киҫелешендә урынлашҡан.

1995 йылда Марьино урамында Братислава паркы барлыҡҡа килә, ул Мәскәүгә Словакияның , иң юғары вазифалы кешеләре сәфәргә килгәненән һуң Словакия дәүләтенең баш ҡалаһы хөрмәтенә булдырыла[1]. Бер йылдан һуң районда был исемле метро станцияһы асыла[2], ә 1998 йылда — Словакия һәм Рәсәй[3] дуҫлығын символлаштырыусы Братислава паркы булдырыла.. Уның биләмәһендә иҫтәлекле таш ҡуйылған, унда парк төҙөү инициаторы-Словакияның мәҙәниәт министрлығы, тип яҙылған[4].

Братислава урамы көнөн 2011 йылдың 2 сентябрендә байрам иткән саҡта Словакия баш ҡалаһы мэры Милан Фтачник Милан Братислава паркында йүкә ултырта[5][6]. 2012 йылдың 1 сентябренән бында «Аҡҡош» эскәмйәләре ҡуйылған — был Словакия халҡының Мәскәү халҡына бүләге була.[7].

Реконструкция һәм ландшафт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Братислава паркы 5,6 гектар майҙанды биләй. Унда 2000 ағас һәм ҡыуаҡ үҫә . Парктың йәшеллек майҙанының. дөйөм һаны 35 меңдән ашыу квадрат метр тәшкил итә, шуларҙың яҡынса 300-ө — клумбалар[7].

Парк биләмәһе тимер рәшәткәле ҡойма менән торлаҡ йорттрҙан айырылып тора, уның дүрт ҡапҡаһы бар. Парк уртаһында оҙонса утраулы яһалма быуаурынлашҡан (2018 йылда реконструкцияланған) һәм ташып күтәртелгән тау яһалған, тау башын ослап беседка-ротонда тора[3].

27 июндә, 2017 йылда, парк етәкселеге парктың ваҡытлыса реконструкцияға ябылыуы тураһында хәбәр итә, йәшел зонала реконструкция алып барыла, футбол яланы булдырыла, быуа янында ял итеү урыны тәртипкә килтерелә[8]. Мәғлүмәттәр буйынса, Братислава паркын тергеҙергә яҡынса141,8 миллион һум аҡса бүленгән[9]. 2017 йылдың икенсе яртыһында реконструкция эштәре башҡарыла[10].

Реконструкцияның техник -иҡтисади параметрҙары:

    • Юл-һуҡмаҡ селтәре: 39 815 м².
  • Балалар һәм спорт майҙансыҡтары: 11/12 дана.
  • Велосипед юлы: 620 м².
  • Стена терәүҙәре: 220 дана.
  • Баҫҡыстар: 195 м².
  • Тәбиғи газон: 5045 м².
  • Яһалма газон: 5400 м².
  • Ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу :18/ 510 дана.
  • Тышҡы яҡтыртыу терәге: 117 дана.

Братислава ҡала паркында Марьино районының байрамдары, мәҙәниәт, саралары һәм акциялар үткәрелә [11]. Парк балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт-уйын комплекстары менән йыһазландырылған. Бында «Боҙ һарайы» һәм футбол яланы, төрлө аттракциондар бар. Кафе һәм һырғалаҡ ҡышын эшләй, шулай уҡ ҡышын фигуралы шыуыу һәм хоккей мәктәбе [12] эшләй.

  • Марьино ?әм Братислава метро станцияһының 10 минут самаһы йәйәү.
  • Марьино метро станцияһынан С9 (7:50 тиклем 19:30), 55 (кире генә), 81, 326, 413, 619, 762 (тик кире) автобустарында «3-сө м/р-н Марьин Парк» туҡталышына тиклем[4].
  1. Братиславская улица. Городской портал Москвы (2013). Дата обращения: 30 июнь 2017.
  2. Братиславская. Официальный сайт Московского метрополитена (2012). Дата обращения: 30 июнь 2017. 2017 йыл 10 июль архивланған.
  3. 3,0 3,1 Парк Братиславский. Parks Maryino (2017). Дата обращения: 30 июнь 2017. 2017 йыл 12 июль архивланған.
  4. 4,0 4,1 Братиславский парк. Московские Парки: фотосайт-путеводитель (10 март 2014). Дата обращения: 30 июнь 2017.
  5. В Москве отметили праздник Братиславской улицы. Без формата (5 сентябрь 2011). Дата обращения: 30 июнь 2017.(недоступная ссылка)
  6. Праздник российско-словацкой дружбы пройдет 2 сентября в Москве. РИА Новости (31 август 2011). Дата обращения: 30 июнь 2017.
  7. 7,0 7,1 Достопримечательности района Марьино. Управа района Марьино (2017). Дата обращения: 30 июнь 2017. 2017 йыл 23 июнь архивланған.
  8. Как изменятся зеленые зоны Москвы: в столице стартовал конкурс на благоустройство парков. Глас народа (1 июнь 2017). Дата обращения: 30 июнь 2017.
  9. Парки и скверы Москвы благоустроят за 8 млрд. рублей. Всё о ЖКХ (24 май 2017). Дата обращения: 30 июнь 2017.
  10. Парк «Братиславский» в ЮВАО временно закроют для посетителей. Эхо Района (27 июнь 2017). Дата обращения: 30 июнь 2017. 2017 йыл 21 сентябрь архивланған.
  11. Арсений Семенов. День покровителя Москвы отметят в Братиславском парке. Марьинский вестник (5 май 2017). Дата обращения: 30 июнь 2017.(недоступная ссылка)
  12. Братиславский парк. KudaGo (23 май 2014). Дата обращения: 30 июнь 2017.