Эстәлеккә күсергә

Брест дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брест дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1945
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Пушкин Александр Сергеевич
Ректор Голубев, Юрий Петрович[d]
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Брест
Архитектор Q56594194?, Q104642094?, Q104714026? һәм Q104714083?
Рәсми сайт brsu.by
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Брестского государственного университета[d]
Карта

А. С. Пушкин исемендәге Брест дәүләт университеты  — Брест ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

БССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 6 июнендәге бойороғо менән Брест ҡалаһында уҡытыусылар институты асырға ҡарар ителә. 1945 йылдың авгусында ул үҙенең эшмәкәрлеген башлай. 1949 йылда, шағирҙың тыуыуына 150 йыл тулыу хөрмәтенә, институтҡа А. С. Пушкин исеме бирелә, ә 1950 йылда, СССР Министрҙар Советы ҡарары менән, Брест уҡытыусылар институты базаһында Брест дәүләт педагогия институты асыла, ул 1995 йылда Брест дәүләт университетына үҙгәртелә (А. С. Пушкин исеме 1999 йылда бирелә).

Университетҡа уҡырға инер өсөн үҙәкләштерелгән тест уңышлы тапшырылырға тейеш. Бакалавриат, магистратура һәм аспирантура ғәмәлдә. Университетта редакция-нәшриәт бүлеге эшләй. «Берасцейскі универсітэт» гәзите, «Вестник Брестского университета» фәнни-теоретик журналы нәшер ителә.

Белгестәр әҙерләү 9 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: «Педагогика», «Тәбиғи фәндәр», «Гуманитар фәндәр», «Социаль яҡлау», «Техника һәм технология», «Хоҡуҡ коммуникациялары. Иҡтисад. Идара итеү. Иҡтисад Һәм етештереүҙе ойоштороу», «Экология фәндәре», «Йәмәғәт туҡланыуы. Көнкүреш хеҙмәтләндереү», «Физик культура. Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ».

Университеттың 52 кафедраһында 560 самаһы уҡытыусы эшләй, улар араһында 20 фән докторҙары һәм профессорҙар, 240 фән кандидаттары һәм доценттар.

2002—2014 йылдарҙа БрДУ ректоры булып тарих фәндәре докторы, профессор Мечислав Эдвардович Чесновский эшләй[1].

2014 йылдың 3 майында, Беларусь Республикаһы Мәғариф министры бойороғо буйынса, университет ректоры итеп педагогия фәндәре докторы, профессор Анна Николаевна Сендер тәғәйенләнә.

Университет структураһында 10 факультет:

Сит ил телдәре факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Факультет 1994 йылдың 1 октябрендә булдырыла. «Рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәренә «Инглиз теле» өҫтәмә һөнәре менән 25 кеше башлап ҡабул ителә.

Студенттарҙы 4 һөнәр буйынса әҙерлек алып барыла:

  • «Инглиз теле. Немец теле»;
  • «Немец теле. Инглиз телен»;
  • «Хәҙерге заман сит ил (инглиз, немец) телдәре (уҡытыу)» «Компьютер лингвистикаһы» специализацияһы менән;
  • «Хәҙерге заман сит ил (немец, инглиз) телдәре (уҡытыу)» «Компьютер лингвистикаһы» специализацияһы менән.

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бельская, Ольга Ивановна (1979 йылғы) — белорус рәссамы.
  • Богдасаров, Максим Альбертович (1973 йылғы) — белорус геологы.
  • Купреев, Николай Семенович (1937—2004) — совет һәм белорус шағиры, прозаик.
  • Нестеренко, Юлия Викторовна (ырыу. 1979) — белорус еңел атлеты.
  • Рязанов, Алесь (1947 йылғы) — белорус шағиры һәм тәржемәсеһе.
  • Строкач, Петр Павлович (1937 йылғы) — белорус ғалимы.
  • Шмидт, Вильям Владимирович (1969 йылғы) — рәсәй дин белгесе һәм дин тарихсыһы.