Эстәлеккә күсергә

Бристоль (ҡунаҡхана, Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
«Бристоль» ҡунаҡханаһы
Файл:Файл:Таганрог Петровская улица2.jpg
Ил Россия
Город Таганрог, Петровская урамы, 64.
Бина тибы Айырым йорт
Архитектура стиле классицизм
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың беренсе яртыһы

«Бристоль» ҡунаҡханаһы — Таганрог ҡалаһында боронғо ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

«Бристоль» ҡунаҡханаһының ике ҡатлы бинаһы Петровская урамы, 64 адремы буйынса урынлашҡан. Ул XIX быуаттың беренсе яртыһында сауҙагәр П. Ф. Перушкин аҡсаһына рус классицизмы стилендә төҙөлә.

Төрлө ваҡытта бинаға саууҙагәр Перушкин (1873—1880), сауҙагәр Хандринар (1890—1898), бер туған сауҙагәрҙәр Мелкум һәм Григорий Багдасаровтар хужа була (1906—1915).

П. Ф. Перушкин бында бакалея, шарап һәм гастроном магазиндарын тота. Һуңыраҡ йорт уның туғаны И. И. Глобинға күсә, аҙаҡ инде бурыстары иҫәбенә сауҙагәр З. А. Хандрин тартып ала.

1903 йылда йортто үҙгәртеп ҡороуҙан һуң бер туған Багдасаровтар унда «Бристоль» ҡунаҡханаһын аса. Ҡунаҡхананың беренсе ҡатында ресторан була. 1910 йылдарҙа бинала И. В. Кафериҙың «Колбаса тауарҙары» һәм Флакстың «Алтын һәм көмөш әйберҙәр» магазины урынлаша.

1918 йылда Украинаны Германия-австрия ғәскәрҙәре оккупациялау барышында Донецк-Кривой Рог республикаһы хөкүмәте, немецтар Харьковты алғас, Луганскка күсенә, ә унан — Таганрогҡа. Был осорҙа «Бристоль» ҡунаҡханаһында большевиктарҙың кәңәшмәһе уҙа, унда Украина Коммунистар партияһын ойоштороу тураһында мәсьәлә ҡарала. 1918 йылдар аҙағында, немецтар ҡаланы ҡалдырғас, ҡунаҡхананың икенсе ҡатын генерал Деникин армияһының төп идаралығы биләй.

1920 йылда ҡунаҡхана дәүләткә тапшырыла һәм исеме «Үҙәк» тип алмаштырыла. Бинаның беренсе ҡатын ВКП(б)-ның Үҙәк ревизия комиссияһы (ЦРК) ашханаһы алып тора

1925 йылда бинала эшселәр ашханаһы, һуңыраҡ — «Үҙәк эшселәр кооперативы» (ЦРК) магазины асыла. 1934 йылдан башлап бында йәмәғәт туҡланыуы рестораны эшләй, ә 1938 йылдан — 1-се Ресторан. Ул «Тулҡын» тип аталып, бөгөн дә ғәмәлдә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала немецтар тарафынан 1941 йылда оккупацияланған ваҡытта бинала «Прима» кафе-ашханаһы була. Залда бер туған баянист Сурковтарҙың триоһы сығыш яһай.

Әлеге ваҡытта бинаның икенсе ҡатында «Үҙәк» ҡунаҡханаһы, беренсе ҡатта — «Тулҡын» рестораны, ювелир әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек магазины урынлашҡан.

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге рәүешендә хәҙерге ҡунаҡхана бинаһы беренсе ҡатында кибеттәр булған ике ҡатлы аҡ таш йорт була. Бинаға өс ерҙән инәләр. Ишек баштарында ҡояштан ышыҡлап тороусы япма эленә. Ишек һәм тәҙрә өҫтөндә йоҙаҡ таштары тора. Ҡаттар кәрниз менән айырыла. Икенсе ҡаттың фасадында ете тәҙрә була, мөйөштәгеләре кронштейнлы кәрниздәр һәм биҙәктәр менән биҙәлә. Ете тәҙрә өҫтөндә барельефтар ҡуйылған уйымдар бар. Икенсе ҡатта торлаҡ бүлмәләр урынлаша.

1902 йылдағы проектҡа ярашлы, бинаның бельведеры өҫтөнә икенсе ҡат төҙөлә һәм метал бағаналы япма менән балкон эшләнә. Багдасаровтар йәшәгәндә урам яғандағы ишектәрҙе тәҙрә итәләр. Һул яҡтағы ишек төп инең урыны була. октябрь революцияһынан һуң бина бер ни тиклем үҙгәртелә, һөҙөмтәлә мөйөштәге башня, ишек башындағы балкон алына. Йорттоң уң мөйөшө ҡырҡыла һәм ресторанға инеү өсөн ишек эшләнә. 1980 йылдарҙа бинаның мөйөшө ҡабат тергеҙелә, ә ресторанға инеү Тургенев тыҡырыҡы яғынан асыла.

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0
  • Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.
  • Гаврюшкин О. Гостиница «Бристоль» братьев Багдасаровых : [Из истории здания] // Таганрогский вестник.- 1993.- 17 апр.
  • Киричек М. Была «Бристоль» стала «Центральная» // Грани месяца.- 1998.- № 3.- с.19.
  • Решетников В. Гостиницы «Бристоль» и «Лондон» : [Из истории гостиничных зданий] // Таганрогская правда.- 1986.- 13 сент.