Бронюк Виктор Владимирович
Бронюк Виктор Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Украина |
Тыуған көнө | 24 март 1979 (45 йәш) |
Тыуған урыны | Соколова[d], Хмельник районы[d], Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Туған тел | украин теле |
Һөнәр төрө | автор-исполнитель, йырсы |
Уҡыу йорто | Винница дәүләт педагогия университеты |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Рәсми сайт | tik.ua |
Бронюк Виктор Владимирович Викимилектә |
Бронюк Виктор Владимирович (24 март 1979 йыл, Винница өлкәһе Хмельницкий районы Соколов ауылы) — украин музыканты, ТіК төркөмө лидеры
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Владимирович Бронюк ике белем ала. Барское педагогия училищеһын һәм Винница педагогия университетының тарих факультетын тамамлай.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Бронюк 2005 йылда ТиК (Трезвость и Культура-Мәҙәниәт һәм Айыҡлыҡ) исеме аҫтында төркөм ойоштора. Ошо уҡ йылда Виктор Бронюк төркөмдөң репетицияһына буласаҡ продюсер Олег Збаращукты саҡыра. Уны дөйөм ҡабул ителгән музыкаль стиле ҡалыптарына оҡшамаған яңылыҡ ҡыҙыҡһындыра.
2005 йылдың 1 июнендә Винница ҡалаһында төркөм мең кешелек аудитория алдында үҙенең ижадын тәҡдим итә.
Тәүге сығыш уңышлы була, һәм тап ошо 2 июнь көнө ТиК төркөмөнөң тыуған көнө булып иҫәпләнә. Шул ваҡыттан алып төркөмдөң емешле эшмәкәрлеге башлана.
2006 йылда ТиК «Ляпис Трубецкая» төркөмө менән дуэт яҙҙыра. Виктор Бронюк автор булған «Боландар» композицияһы Украина радиостанцияларының иң юғары баҫҡысына күтәрелә һәм ТиК төркөмөнә популярлыҡ килтерә.
Шул уҡ йылдың 11 мартында Винницала «ТиК» төркөмөнөң «Байки про оленей» бөтә Украина туры башлана. Ике ай эсендә Украинаның 27 ҡалаһында 35 концерт менән сығыш яһайҙар, триумфаль турнеһын тик бер көндә — 20 мартта туҡтаталар. Был көндә Виктор «2007 йылдың иң яҡшы дебют» исеме аҫтында музыкаль Джем-FM-Непопса премияһының һигеҙ номинацияһының береһендә музыкаль призға лайыҡ була.
2008 йылдан Виктор Бронюк «Подольск общинаһы» хәйриә фонды идаралығының рәйесе була, ул Украинаның иң яҡшы хәйриә фонды тип иҫәпләнә.
2009 йылдың 16 мартында ҙур концерт менән Киев спорт һарайында өсөнсө бөтә Украина «Халыҡ туры» башлана. Ә 2011 йылдың 21 февралендә ТиК төркөмө Дмитрий Антонюк етәкселеге аҫтында Украинаның Ҡораллы көстәренең йыр һәм бейеү ансамбле ҡатнашлығында ҙур эстрада-симфоник концерт бирә. Сәхнәлә бер үк ваҡытта 97 артист сығыш яһай.
2011 йылдың йәйендә Виктор Бронюк «Не целуй» композицияһын яҙа, уны украин йырсыһы Ирина Билык менән башҡара. Шул уҡ йылдың ғинуар айында Виктор төркөмдәге коллегалары менән бергә «Ржевский против Наполеона» кинотаҫмаһында төшә.
2012 йылдың апрелендә Виктор Бронюк «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль уйынының ҡатнашыусыһы була. Ул өс тапҡыр иң яҡшы уйынсы тип таныла. Шул уҡ йылдың сентябрь айында Виктор Бронюкҡа казак чины бирелә.
2013 йылдың 26 мартында ТиК төркөмө һәм Ирина Билык башҡарыуында «Иң яҡшы украин хиты» туры старт ала. Артистар 30 көн эсендә 24 концерт менән сығыш яһай, шуның өсөн «Украинаның рекордтар китабына» инә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Бронюк менән никахта. Ике балаһы бар — ҡыҙы Ева һәм улы Даниил.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2015 йылдың 28 авгусында «Винница ҡалаһының почетлы гражданы» тигән исем бирелә.
- «Украинаға һөйөүе һәм фиҙа ҡылыуы өсөнм» сиркәү миҙалы(20 октябрь, 2015).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Офіційний сайт гурту ТіК
- http://lady.tsn.ua/news/show-biznes/irina-bilyk-i-viktor-bronyuk-stali-snegovikami.html
- https://web.archive.org/web/20130129040917/http://20minut.ua/%D0%9D%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D0%BD%D0%B8-%D0%92%D1%96%D0%BD%D0%BD%D0%B8%D1%86%D1%96/news/10260142
- http://kp.ua/daily/290110/212644/
- http://www.livestory.com.ua/family/2010/10/11/172420.html 2011 йыл 2 ғинуар архивланған.
- http://nashasvadba.zp.ua/soms/main.php?fr=uldthlmkleharflmr7rarclwgnldhjiedgiefhaldknjej9e(недоступная ссылка)
- http://www.facebook.com/pages/TIK/265321800156070
- Єпископ Вінницький і Брацлавський Михаїл нагородив лідера гурту «ТІК» Віктора Бронюка медаллю «За жертовність і любов до України» 2016 йыл 3 апрель архивланған.