Брун Эрик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:ФИО

Эрик Брун
Исеме:

Эрик Белтон Эверс Брун
Erik Belton Evers Bruhn

Тыуған ваҡыты:

3 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Копенгаген, Дания

Вафат ваҡыты:

1 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (57 йәш)

Вафат урыны:

Торонто, Онтарио, Канада

Һөнәре:

балет артисы, балетмейстер

Гражданлығы:

Дания Дания

Әүҙем йылдары:

1947—1986

Наградалары:

Медаль Литературы и искусств (1980)

Эрик Белтон Эверс Брун (дан. Erik Belton Evers Bruhn; 3 октябрь 1928 йыл, Копенгаген — 1 апрель 1986 йыл, Торонто) — Дания бейеүсеһе һәм хореографы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөҙрәхана хужаһы Эллендың (ҡыҙ фамилияһы Эверс) дүртенсе балаһы һәм беренсе улы, Эрнст Брундың өсөнсө балаһы. Эриктың ата-әсәһе ул тыуыр алдынан ғына өйләнгәндәр.

1937 йылдан Дания Король балеты ҡарамағындағы балет мәктәбендә уҡый, тулыһынса Бурнонвиль техникаһында тәрбиәләнә. Брундың бейеүсе булып формалашыуына Вера Волкованың дәрестәре ҙур йоғонто яһай.

Тәү башлап 1946 йылда Харальд Ландерҙың «Торвальдсен» балетында Адонис ролендә сығыш яһай. 1947 йылда Дания король балеты менән даими контрактҡа ҡул ҡуя. Шул уҡ йылда ижади отпускыға сыға һәм алты ай дауамында Болгария балеринаһы Соня Арова менән бергә инглиз Metropolitan Balletында сығыш яһай.

1948 йылдың яҙында Дания Король балетына ҡайта, ә 1949 йылда солист — Дания балетында бейеүсе иң юғары кимәлгә өлгәшә алған дәрәжәгә — тәғәйенләнә.

1949 йылда йәнә Нью-Йорктағы Америка балет театры труппаһына ҡушыла, һәм унда ул, үҙенең туған труппаһы элеккесә Дания Король балеты булһа ла, киләһе туғыҙ йыл дауамында даими бейей.

1955 йылда Алисия Маркова менән «Жизель» балетында Альбрехт ролен башҡара (партнёры унан егерме йәш самаһы өлкәнерәк була). Сығыш алдынан өс көнлөк кенә репетиция ойошторолған була. Спектакль шау-шыулы уңышҡа өлгәшә. Театр тәнҡитсеһе Джон Мартин «The New York Times» гәзитендә быны «Тарих дәреслектәренә яҙып ҡуйырға кәрәкле дата тип атаны, сөнки бөгөнгө көндәге бөйөк Жизель, күрәһең, киләсәктең бөйөк Альбрехтына изге ышанысты тапшырған кеүек тойолдо» тип яҙа.

1961 йылда Брун Дания балетынан рәсми рәүештә китә, был ваҡытта ул бөтә донъяла танылыу яулаған була, ләкин ваҡыты-ваҡыты менән саҡырылған артист сифатында труппа менән сығыш яһауын дауам итә. 1961 йылдың майында Нью-Йорк Балет театрына әйләнеп ҡайта.

Кеше һәм артист Брун шөһрәткә ынтылыусанлыҡтың тамсы ла булмауы менән айырылып торҙо; ул тамашасыларҙың «минең һикереүемде күреү өсөн генә» түләүҙәрен теләмәүен, үҙенең «насар балетта бөйөк булыуға ҡарағанда, яҡшы балетта насар булыу»ын теләгәнен белдерә ине. Үҙ ижадын бик ентекле тикшерә, борсола, иләк аша үткәрә ине, һәйбәт балетта бөйөк булыу өсөн, «кисә генә ролде уйнаған хәлдәә лә: "Был беренсе тапҡыр буласаҡ", - тип уйлау мөһим» тигән.

Саҡырылған артист сифатында, Брун Европа һәм Төньяҡ Американың иң эре балет труппалары, шул иҫәптән New York City Ballet, Joffrey Ballet, Канаданың Милли балеты, Париж операһы һәм Лондон Король балеты менән оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырҙы. Уның «Сильфида», «Жизель», «Аҡҡош күле» спектаклдәрендәге ролдәре киң билдәле.

Брун спектаклдәрҙә бик күп балериналар: американдар Синтия Грегори, Нора Кай, Аллегра Кент һәм Мария Талчиф; рәсәйле Наталья Макарова; дат ҡыҙы Кирстин Симона; британ ҡыҙы Надя Нерина; һәм, иң билдәлеһе, йыш ҡына итальян прима-балеринаһы Карла Фраччи менән сығыш яһаған. 1969 йылда «Жизель» фильм-балеты төшөрөлә. Үҙенең Beyond Technique китабында (1968) Брун партнерлыҡ тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты: «Күп кенә балериналар менән эшләй алғанымды һиҙеп алдым, күпселек осраҡта беҙ, берәй миҙгелгә йә ике миҙгелгә булһа ла, команда булып эшләй алдыҡ. Сөнки мин һәр ваҡыт улар менән аралашырға теләй инем. Мин элекке кеүек ҡала алмайым. Һәр балерина үҙенсәлекле; ул үҙенсәлекле колоритҡа эйә, юғиһә ул балерина була ла алмаҫ ине. Был минең стилемде байыта һәм алымымды билдәләй. Мин үҙ-үҙемә тоғро ҡалам, әммә минең төҫтәрем уны буяуҙы рөхсәт иткән кеүек, уның хуш еҫтәренең мине байытыуына рөхсәт бирәм … Яҡшы партнёрлыҡ һеҙ башҡарған эштәр нигеҙендә - яңы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килтерә. Дөрөҫ кешеләр бергә йыйылып, бер-береһенән дөрөҫлөк йоҡтора … Уйындан бигерәк, дөрөҫ кеше менән уйнау йәшәйеш хәленә тиҙерәк әүерелә бара … Роль һеҙҙең зиһенегеҙҙе биләй, һәм һеҙ шул рәүешсә йәшәйһегеҙ. Һеҙ был йән эйәһе менән тулыһынса мауығаһығыҙ, һәм, шул сәбәпле, бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡыла алмаҫһығыҙ кеүек тойола».

1963 йылда Брун Данияның юғары наградаларының береһе - Даннеброг ордены кавалеры була, шул уҡ йылда ул Парижда Нижинский премияһы менән бүләкләнә.

1972 йылдан - пенсияла.

1967-1973 йылдарҙа Швецияның Король балетын һәм 1983-1986 йылдарҙа Канаданың Милли балетын етәкләй. Ике тапҡыр уға Дания Король балеты директоры вазифаһын тәҡдим итәләр, ул был вазифанан ике тапҡыр баш тарта.

Көнбайышта XX быуат балетының иң әһәмиәтле бейеүселәрҙең береһе һанала. 1988 йылдан алып Торонто ҡалаһында артист иҫтәлегенә «Эрик Брун призы»на халыҡ-ара конкурс уҙғарыла - приз фондына аҡса уның васыятына ярашлы бүленә.

2014 йылда «Торонто мираҫы» ойошмаһы Торонтола Изге Лаврентий баҙары районында (Брун Эрик унда оҙаҡ йәшәгән) Джордж-стрит урамы, 135 адресы буйынса Эрик Брунға мемориаль таҡтаташ ҡуйҙы.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1961 йылда Брун СССР-ҙан килгән бейеүсе Рудольф Нуриев менән таныша. Быға тиклем Нуриевтың Америка балет театры менән СССР буйлап турҙа яҙып алынған сығыштарын күреп, ул Брунды ныҡ ярата. Брун менән Нуриев 25 йыл дауамында,[1] Брун үлгәнгә тиклем, мөнәсәбәттәрен һаҡлаған[2][3].

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брун 1986 йылдың 1 апрелендә Торонтоның төп госпиталендә 57 йәшендә вафат була. Үлемгә үпкә яман шеше сәбәпсе тип аталды[4]. Әммә, яҙыусы Пьер-Анри Верлхак һүҙҙәренсә, Брун да СПИД-тан вафат булыуы ихтимал[5]. Ул бала сағы үткән Гентофттағы «Мариеберг» зыяратында - Копенгаген янындағы исемһеҙ ҡәберҙә ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Серж Лидо. Рудольф Нуреев и Эрик Брун в Греции на Афинском фестивале. 1963 © Serge Lido/Sipa Press
  2. Kavanagh, Julie. Nureyev: The Life (2007) ISBN 978-0-375-40513-6
  3. Literary Review. Дата обращения: 13 март 2009. Архивировано 4 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
  4. Rockwell, John. Erik Bruhn Dies in Toronto, The New York Times (2 апреля 1986).
  5. Verlhac, Pierre-Henri Nurejew: Bilder eines Lebens (Nureyev: Images of a Life)(2008) ISBN 978-3-89487-606-7
  6. Первый исполнитель партии.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Gruen J. Erik Bruhn, danseur noble. — New York: Viking Press, 1979.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]