Мона Брэнд
Уҡыу көйләүҙәре
(Брэнд Мона битенән йүнәлтелде)
Мона Брэнд | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Австралия |
Псевдоним | Alexis Fox[1] |
Тыуған көнө | 22 октябрь 1915[2] |
Тыуған урыны | Сидней, Австралия[3] |
Вафат булған көнө | 1 август 2007[2] (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Сидней, Австралия |
Хәләл ефете | Len Fox[d][3] |
Һөнәр төрө | драматург, шағир, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | драматург[d], әҙәбиәт[1] һәм драма[d][1] |
Мона Брэнд (ингл. Mona Brand, 22 октябрь 1915 йыл, Сидней ҡалаһы — 1 август 2007 йыл, Варшава) — Австралия яҙыусыһы, журналист. 1930-сы йылдарҙан шағир булараҡ таныла. «Мельбурндың реалист яҙыусылары төркөмө»нә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мона Брэнд Австралияның баш ҡалаһы Сиднейҙа тыуған. Сент Килдала Пресвитериан дамаһы колледжында һәм мәктәптә белем алған.
Парагвайҙа «Яңы Австралия» (1893—1899) коммунаһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Прогрессив матбуғатта социалистик илдәрҙең әҙәбиәте һәм сәнғәте тураһында мәҡәләләре баҫыла.
- 1948 йыл — расизмды тәнҡитләгән беренсе пьесаһы «Беҙҙең күк аҫтында» ҡуйылған.
- 1954 йыл — «Ил эсендә килмешәктәр» пьесаһы Малайялағы инглиз колонизаторҙарының ғәмәлдәрен ҡамсылай.
- 1954 йылда ҡуйылған — «Тыумаһалар яҡшыраҡ булыр ине» пьесаһы балалар енәйәтселеге проблемаһына бағышланған.
- 1958 йылда — ике йыл Демократик Вьетнам Республикаһында йәшәп ҡайтҡандан һуң, Брэнд Мона америка агрессорҙарын «Айырым сиктәрһеҙ, йәки бик шым булмаған американлы» фашлаған пьсаны яҙа, һәм ул театрҙарҙа сәхнәләштерелә.
- 1958 йылда — «Вьетнамдың ҡыҙҙары» тип аталған шиғырҙар һәм новеллалар йыйынтығын баҫтырып сығарған.
- 1966 йылда — «Барбара».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 Mona Brand // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 3,0 3,1 Blain V., Grundy I., Clements P. The Feminist Companion to Literature in English (ингл.): Women Writers from the Middle Ages to the Present — 1990. — P. 133.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Wheel and bobbin, Sydney, 1938; Silver Singing, Melb., 1940;
- Two plays about Malaya, L., 1954; Daughters of Vietnam, Hanoi, 1958: в рус. пер.— Чужие в стране, М., 1955;
- Под нашим небом, М., 1956.
- В. М. Кожевникова. Литературный энциклопедический словарь. — Москва, Советская энциклопедия, 1987
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [5] 2016 йыл 20 август архивланған.
- [persons-info.com›geo/AVSTRALIIA]
- [slovar.wikireading.ru›2387193]
- [en.wikipedia.org]