Брянск дәүләт университеты
Брянск дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Бранскі дзяржаўны педагагічны інстытут імя акадэміка І. Г. Пятроўскага һәм Навазыбкаўскі дзяржаўны педагагічны інстытут |
Кем хөрмәтенә аталған | Петровский Иван Георгиевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Брянск һәм Новозыбков[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Рәсми сайт | brgu.ru |
Брянск дәүләт университеты Викимилектә |
Академик Иван Георгиевич Петровский исемендәге Брянск дәүләт университеты (БДУ)— Брянскиҙең юғары уҡыу йорто.
Тулы рәсми атамаһы: юғары профессиональ белем биреү дәүләт белем биреү учреждениеһы «Академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт университеты»; ҡыҫҡартылған атамаһы: БДУ.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылда Новозыбков дәүләт педагогия институтына нигеҙ һалына. 1976 йылда ул Брянск ҡалаһына күсерелә һәм Брянск дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә (РСФСР Министрҙар Советының 1976 йылдың 12 февралендәге 102-се һанлы ҡарары).
РСФСР Министрҙар Советының 1976 йылдың 18 авгусындағы 460-сы ҡарары менән Брянск дәүләт педагогия институтына академик И. Г. Петровский исеме бирелә.
Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү буйынса Дәүләт комитетының 1995 йылдың 13 апрелендәге 545-се приказы менән академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт педагогия институты академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск педагогия университеты тип үҙгәртелә.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2001 йылдың 6 июнендәге 2292-се номерлы бойороғона ярашлы, академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск педагогия университеты академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт университеты тип үҙгәртелә.
Ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте. Ойоштороусы вәкәләттәрен Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тормошҡа ашыра. Рәсәй Федерацияһының дөйөм һәм профессиональ Мәғариф министрлығының 1998 йылдың 13 мартындағы 692-се бойороғона ярашлы рәүештә, университеттың Новозыбков ҡалаһында филиалы бар.
Филиалдың исеме: академик И. Г. Петровский исемендәге Брянск дәүләт университетының Новозыбков ҡалаһындағы филиалы.
Университет белем биреү эшмәкәрлеге алып барыу хоҡуғына эйә.
Лицензияланған:
- юғары һөнәри белем биреүҙең 52 һөнәре,
- урта профессиональ белем биреүҙең 1 һөнәре,
- бакалавр әҙерлегенең 8 һөнәре,
- магистр әҙерллегенең 4 һөнәре,
- аспирантураның 26 һөнәре,
- 5 өҫтәмә квалификация.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Технология һәм дизайн
- Юридик
- Сит телдәр
- Физик культура
- Тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр (элекке Тарихи)
- Педагогика һәм психология
- Физика-математика
- Филология
- Тәбиғи-география
- Финанс-иҡтисад факультеты
- БДУ-ның Новозыбков ҡалаһындағы филиалы
Кафедралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сит телдәр
- Журналистика
- Философия, политология һәм тарих
- Педагогика
- Социология һәм социаль хеҙмәттәр
- Медицина белеменең нигеҙҙәре һәм физик тәрбиә
- Дөйөм тарих, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
- Ватан тарихы
- Теоретик физика
- Математикаға һәм мәғлүмәт технологияларына өйрәтеү методикаһы
- Алгебра
- Ғәмәли математика һәм информатика
- Дөйөм физика
- Математик анализ
- Йәшәйеш хәүефһеҙлеге
- Иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәт технологиялары
- Дизайн һәм сәнғәт белеме
- Профессиональ-технологик белем биреү уҡытыу теорияһы һәм методикаһы
- Йәшәйеш хәүефһеҙлеге
- Дөйөм һәм профессиональ педагогика
- Юридик колледжы
- Химия
Кадрҙар составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БДУ-ла барлығы профессор-уҡытыусылар составының 570 хеҙмәткәре эшләй. БДУ-ла белем биреү процесын юғары квалификациялы белгестәр тормошҡа ашыра. Университетта 52 фән докторы, 291 фән кандидаты, 43 профессор, 188 доцент уҡыта.
БДУ етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антюхов Андрей Викторович
БДУ ректоры. Филология фәндәре докторы, рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы профессоры. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Петр (Санкт-Петербург) фәндәр академияһы ағзаһы.
- Мельников Сергей Леонидович
Беренсе проректор. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор.
- Лупоядова Лариса Юрьевна
Уҡыу эштәре буйынса беренсе проректор. Тарих фәндәре кандидаты, профессор.
- Степченко Татьяна Александровна
Фәнни эштәр һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректор. Педагогия фәндәре докторы, профессор.
- Лагерев Игорь Александрович
Инновацион эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы.
- Зятева Людмила Анатольевна
Социаль һорауҙар, уҡыуҙан тыш һәм тәрбиә эше буйынса проректор. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент.
Фотоһүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ