Будапешт геттоһы
Будапешт геттоһы | |
Нигеҙләү датаһы | 29 ноябрь 1944 |
---|---|
Дәүләт | Венгрия |
Административ-территориаль берәмек | Эржебетварош[d] |
Урын | Будапешт |
Каталог коды | ghettos/104 |
Будапешт геттоһы Викимилектә |
Будапешт геттоһы — Йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү һәм юҡ итеү сәйәсәте сиктәрендә нацистар тарафынан 1944 йылдың ноябрендә Будапештта булдырылған йәһүд геттоһы. 1945 йылдың ғинуарында совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә.
Венгрияла йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү 1938 йылда, Миклош Хорти милләтсел режимы осоронда, башлана. 1941 йылда Венгрияла 184 мең йәһүд һәм 62 мең суҡындырылған йәһүд йәшәй, улар йәһүдтәргә ҡаршы закондарға ярашлы репрессияларға дусар ителә[1].
1944 йылдың мартында немец ғәскәрҙәре Венгрияны оҡҡупациялай. Күп кенә йәһүдтәр ҡулға алына. Провинцияла гетто 1944 йылда төҙөлә башлай һәм бер аҙҙан үлем лагерҙарына депортация башлана.
1944 йылдың 15 июнендә Венгрия эске эштәр министры Будапештта гетто булдырыу тураһында бойороҡ сығара, уға ярашлы геттоға һары йондоҙҙар менән билдәләнгән 2000 йорт билдәлән, уларҙы диуар менән ураталар[2] Бөтәһе геттоға 220 мең йәһүдте күсереү планлаштырыла. 25 июндә Будапешт йәһүдтәре өсөн комендант сәғәте индерлә[1].
Гетто булдырылғандан һуң унда йәшәүсе халыҡты концлагерҙарға оҙата башлайҙар. Венгрия оккупацияһы осоронда Будапештта йәһүд халҡы 200 меңдән 70 меңгә тиклем кәмей. Геттонан тыш 20 мең тирәһе кеше нейтраль илдәр дипломаттары (шул иҫәптән Рауль Валленберг һәм Джорджо Перласка) биргән документтар буйынса йәшәй.
1945 йылдың 18 ғинуарында геттоны 151-се Ҡыҙыл Байраҡ Жмеринка дивизияһы частары азат итә, гетто һаҡсылары бик ныҡ ҡаршылашыу күрһәтә. Алыштарҙа ҡатнашыусыһы һүҙҙәренсә, геттоны шартлатырға тейеш булалар[3]. Был ваҡытҡа геттола һәм нейтраль илдәр дипломатик миссиялар контроле аҫтында булған йорттарҙа 94 мең тирәһе йәһүд тотола[1].
2005 йылда Дунай ярында ҡорбандар иҫтәлегенә мемориал асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Arieh Ben-Tov. Facing the Holocaust in Budapest: The International Committee of the Red Cross and the Jews in Hungary, 1943–1945. — Springer, 2013. — 492 p. — ISBN 9789401769358.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 60 лет освобождения еврейского гетто в Будапеште
- A personal account of the Budapest ghetto 2012 йыл 12 февраль архивланған.
- History of the Budapest ghetto
- Budapest Ghetto today 2011 йыл 26 июль архивланған.
- Ghetto Budapest 2012 йыл 28 май архивланған.