Эстәлеккә күсергә

Буковина герцоглығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буковина герцоглығы
нем. Bukowina
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1849
Рәсми атамаһы Herzogtum Bukowina, Герцогство Буковина, Герцогство Буковина, Буковинський округ һәм округ Буковина
Ҡыҫҡаса атамаһы Буковина
Дәүләт  Австро-Венгрия
Административ үҙәк Черновцы
Административ-территориаль берәмек Цислейтания[d]
Административ рәүештә бүленә Вашковецкий округ[d], Вижницкий округ[d], Гурагоморский округ[d], Заставнинский округ[d], Кицманский округ[d], Кимполунгский округ[d], Радовецкий округ[d], Серетский округ[d], Сторожинецкий округ[d], Сучавский округ[d], Черновицкий округ[d] һәм Черновцы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Урынлашыу картаһы
 Буковина герцоглығы Викимилектә

Буковина герцоглығы - (рус. Ге́рцогство Букови́на), (нем. Herzogtum Bukowina) — Австро-Венгрия империяһының көнсығышындағы таж ерҙәре (кронланд), ул 1849—1918 йылдарҙа Буковина ерҙәрен биләгән булған. Герцоглыҡ 1849 йылда Австрия империяһындағы 1848 йылғы революция һөҙөмтәһендә Австрия империяһының артабан федералләшеүе емеше булараҡ барлыҡҡа килгән. 1918 йылда Австро-Венгрияның тарҡалыуы арҡаһында йәшәүҙән туҡтай.

Буласаҡ Буковина Киев Русе ерҙәре, һуңынан урыҫ кенәзлектәре составына ингән була. XIV быуаттан[1] XVIII быуатҡа тиклем Буковина Молдавия кенәзлеге составына ингән. 1768-1774 йылғы Урыҫ-төрөк һуғышы осоронда төбәккә урыҫ ғәскәрҙәре инә һәм 1775 йылда Осман империяһы килешеүгә ҡул ҡуя. Уның буйынса Буковина Австрия империяһына бирелә. 1786 йылда австриялылар[2] төбәкте Черновцы округы булараҡ Галиция һәм Лодомерия короллегенә бирәләр. 1849 йылда Австрия империяһын солғап алған революцияларҙан һуң ул айырым «Буковина герцоглығы» булып айырылып сыға. Уның административ үҙәге тип Черновцы иғлан ителә[3].

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1910 йылдағы административ бүленеш

1890 йылда Буковина герцоглығы 9 округҡа бүленә. 9 административ округтан тыш, 16 суд, 9 мәктәп, 14 подкат, 9 дауалау, 5 һайлау бүленеше була. 9 округ 333 сәйәси һәм 534 ауыл громадаһына бүленә.

Округ атамаһы Башҡала Халҡы (1890-сы) урыҫтар (великоростар һәм малоростар) румындар немецтар һәм еврейҙар поляктар һәм мадьярҙар Округта громадалар һаны
Выжница округы Вижница 48.888 168 13.563 2.034
Кимполунг округы Кимполунг 5.888 25.753 12.764 490 29 громада
Коцман округы Кицмань 79.638 93 8.224 1.974 53 громада
Радовец округы Радовцы 8.837 58.080 20.687 4.297 28 громада
Серет округы Сирет 22.849 14.608 9.101 7.414 39 громада
Сторожинец округы Сторожинец 26.584 30.670 11.291 2.028 36 громада
Сучава округы Сучава 10.137 51.387 17.695 3.500 41 громада
Черновцы округы (Черновцынан башҡа) Черновцы 55.162 19.918 12.984 2.781 42 громада
Черновцы ҡалаһы - 268.367 208.301 133.501 32.326
Йәмғеһе 268.367 208.301 133.501 32.326

1893 йылда Гура-гомор округында 32 громадаа була[4]. Һуңғараҡ йәнә ике округ бүленеп сыға, үҙәктәре - Вашковцы һәм Заставна.

1841 йылда Буковинала 26 мануфактура була. Уларҙың күбеһе XIX быуат уртаһында бөлә[5]. Иҡтисад нигеҙен ауыл хужалығы тәьмин итә[6]

1848 йылда Буковинала ер реформаһы үткәрелә, феолдалдарға ҙур аҡса түләп, кәрҫтиәндәрҙе уларға буйһоноуҙан азат итәлә. Помещиктар биш процентлы облигациялар ала, ә крәҫтиәндәр ө:тәмә һалым түләй платили дополнительный налог[7].

1887 йылда халыҡтың төп кәсептәре булып ауыл хужалығы, урмансылыҡ, малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ ҡала бирә [3] (1890 йылда был тармаҡтарҙа Төньяҡ Буковинаның 75 % халҡы шөғөлләнә[8]). 1887 йылда сауҙа бара, әммә башлыса «сей мал»: иген, һуғым малы, ағас, иләнмәгән тире, йөн һәм поташ һатыла[3]. (1890 йылда был тармаҡта халыҡтың 11,1проценты йәлеп ителә[8]). 1887 йылда сәнәғәт көсһөҙ генә була[3]. 1890 йылда сәнәғәттә 7,6 % халыҡ эшләй. 1900 йылда ялланып эшләүселәр 72.270 кеше һанала [9].

Галиция һәм Буковинаның этнографик картаһы 1878 йылда
  • 1775 — 75.000 кеше[3]
  • 1800—193,8 мең кеше[5]
  • 1851—380,8 мең кеше[5]
  • 1887—627.786 кеше (шул иҫәптән 313.076 ир-ат һәм 314.715 ҡатын-ҡыҙ)[3]
  • 1903—730 мең кеше[10]
  • 1910—794,929 кеше

Буковина герцоглығының халҡы ҡатнаш була. 1887 йылда һандар ошолай: 42 % русин, 3,25 % румын, 8 % немец, 3 % поляк, 1,7 % венгр, 12 % еврей, 0,5 % әрмән һәм 0,3 % чех[3].1903 гйылда 35,5 % русин, 30,5 % румын, 22 % немец, 12 % еврей, поляк, 3 % мадьяр, сиған[10]

1887 йылда 71 % правослау, 11 % — католик, 3,3 % — грек-униаттар, 2,3 % — протестант, 12 % — йәһүди[3] 1903 йылда правослауҙар 69,8 %, католиктар 11 %, протестанттар 2,5 %, униаттар 3 %[10].

1848—1849 йылғы революциянан һуң бөтә мәктәп мәғарифы Австрияның мәғариф һәм белем биреү министрлығына күсә. 1840-сы йылдарҙа Буковинала бер гимназия була. Юғары белем 1826 йылда асылған Черновцы лицейында бирелә, унда ике: философия һәм дин ғилеме факультеты була [11].

1880 йылда Юрий Федькович ис. Черновцыий милли университет (1875 йылда асылған), дини училище, өс гимназия, ике реаль училище, бер уҡытыусылар семинарияһы, өс һөнәрселек училищеһы, 264 халыҡ мәктәбе була. Әммә «Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге» буйынса 87 % ир-ат һәм 92,5 % ҡатын-ҡыҙ уҡый-яҙа белмәгән [3].

1890-сы йылдарҙа 305 башланғыс мәктәп[12]. 1896 йылда Черновцы университетында өс: дини, философия һәм юридик факультеттарҙа 320 студент уҡый[13]

1851 йылдан Черновцы гимназияһында урыҫ теле уҡытыла, ә 1880-се йылдарҙа Смаль-Стоцкий уны украин теле менән алмаштыра. Күпселек гимназияларҙа беренсе донъя һуғышы осоронда уҡытыу немец телендә бара. Черновцы университетында пкүпселек предметтар (дин дәресе һәм урыҫ теленән башҡа) немец телендә бара[14].1897 йылда Черновцылағы немец гимназияһында украин синыфтары асалар[15]

  1. История УССР в 10 томах Т 2 стр. 66
  2. БРЭ:Буковина
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 ЭСБЕ:Буковина
  4. Г. Купчанко, «Буковина и еи русски жителиъ». стр. 13-15
  5. 5,0 5,1 5,2 История УССР в 10 томах Т 4 стр. 168
  6. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 169
  7. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 511
  8. 8,0 8,1 История УССР в 10 томах Т 4 стр. 513
  9. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 523
  10. 10,0 10,1 10,2 МЭСБЕ:Буковина
  11. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 213
  12. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 585
  13. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 589
  14. Погодин А. Л. стр 26
  15. История УССР в 10 томах Т 4 стр. 587