Булатов Георгий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Булатов Георгий Яковлевич
220px
Булатов Георгий Яковлевич
Тыуған көнө:

24.08.1947

Тыуған урыны:

Ленинград

Вафат булған көнө:

2.02.2001

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Георгий Яковлевич Булатов (тыуған 24 август, 1947 йыл) Ленинград ҡалаһы — шағир, журналист, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993 йыл). Г. Я. Булатов 2001 йылдың 2 февралендә вафат була. Дондағы Ростов ҡалаһының Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

== Тормош юлы ==[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Яковлевич бала сағында һәм йәшлек йылдарында илдең күп өлкәләрендә була. 1973 йылда Г. Булатов Ростов университетының филология факультетын тамамлай. Ул төрлө төҙөлөштәрҙә, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүсе экспедицияларҙа эшләй, ләкин барлыҡ һөнәрҙәрҙән дә өҫтөнлөктө журналистикаға бирә. Ҡаҙағстан, Курск өлкәһе, Ростов өлкәһенең Зерноград, Мясников райондары йәш журналисҡа бай тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә, уның Алыҫ Көнсығышта армияла хеҙмәт иткән сағында шиғриәт менән ҡыҙыҡһына башлауын нығытырға булышлыҡ итә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Яковлевич Булатов йәшләй генә шиғырҙар яҙа башлай. 1979 йылда ул шағирә Е. Нестерова етәкләгән Ростов өлкәһе «Дон» әҙәби берләшмәһенең әйҙәүсе шағирҙарының береһе була. Шиғырҙар шәлкемен башта өлкә гәзиттәрендә, артабан «Дон» журналында, шулай уҡ Ростов нәшриәте сығарған коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Уның тәүге шиғырҙар китабы «Главный полустанок» 1987 йылда донъя күрә. Был китабына уның 42 шиғыры индерелә. Ике йылдан һуң шул уҡ Ростов китап нәшриәте уның икенсе «Имена» тигән китабын баҫып сығара. Был китапта 115 шиғыр була. «Имена» шиғырҙар китабы бик тәрән йөкмәткеле, ысын, шәхсән китап булып ҡына ҡалмай, ә Ростов шағирҙарының береһе тарафынан да Булатовҡа тиклем яҙылмаған, шағирҙың үҙ күңелен асып һалып, асыҡтан-асыҡ уҡыусы менән һөйләшкән шиғырҙары булып тора.

Уның өсөнсө «Торопись, моя память грешная…» китабы дүрт йыл үткәс баҫылып сыға. Был китабында авторҙың шиғриәте һәм тормошо бер-береһенән айырылғыһыҙ, берҙәм тын алыуға тиң.

1990-сы йылдарҙа шағир ижад итеү менән бер рәттән нәшриәтсе эшмәкәрлеге менән дә булыша, 1993 йылда Дондағы Ростовта Георгий Булатов «Булат» исемле нәшриәт үҙәген аса һәм вафат булғанға тиклем уның директоры була.

Уның һуңғы китабы үҙе 1993 йылда асҡан «Булат» нәшриәтендә баҫыла. Быға тиклем ул өлкә һәм ҡала ваҡытлы матбуғаты баҫмаларында һәм «Глагол», «Голос исторический» гәзиттәрендә эшләп бай тәжрибә туплай.

Г. Я. Булатовтың шиғырҙарына лирик үҙенсәлек, күңелендәген асыҡтан-асыҡ әйтеп яҙыу, ысынбарлыҡты драматик итеп аңлау, ҡабул итеү һәм уны уҡыусыға еткереү хас.

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Мемориальная доска Г.Я. Булатову

Г. Я. Булатовҡа таҡтаташ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дондағы Ростовта үҙ исемен тулыһынса хәҙерге заман әҙәбиәтенә яҙып индергән ижад кешеһенә таҡтаташ ҡуйылған. Георгий Булатов барлығы 54 йыл ғына йәшәһә лә, был ваҡыт эсендә күп нимәләр эшләп өлгөрә. Ул журналист-хәбәрсе лә, нәшерсе лә, йәш шағирҙарға оло шиғриәткә инергә ярҙам итеүсе лә, маһир шағир ҙа була.

Уның иҫтәлегенә таҡтаташ Дондағы Ростов ҡалаһының Соколов һәм Суворов урамдары киҫелешендә ҡуйылған.

Г. Я. Булатов әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым баҫмалары

  • Главный полустанок: Стихи. — Ростов-н/Д.: Кн. изд-во, 1987.
  • Имена: Книга стихотворений. — Ростов-н/Д.: Кн. изд-во, 1989.
  • Торопись, душа моя грешная: Книга стихов. — Ростов-н/Д.: Кн. изд-во, 1997.
  • …метелью тополиною в окне…:Стихи. Ростов-н/Д., изд-во ООО ИЦ «Булат», 2002.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]