Бурак Озчивит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бурак Озчивит
2019 год
2019 год
Тыуған көнө

24 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (39 йәш)

Гражданлығы

Төркиә Төркиә

Һөнәре

актёр, модель

Карьераһы

2003—2007 (модель)
2006 — х. в. (актёр)

Наградалары

Лучшая модель Турции (2003)

IMDb

ID 2704629

 Бурак Озчивит Викимилектә

Бура́к Озчиви́т (төр. Burak Özçivit, 24 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (39 йәш), Истанбул) — төрөк актеры, планетаның иң матур ир-егеттәре исемлегенә индерелгән. «Матур быуат» «Великолепный век» (2011—2013), «Кәрлә - йырсы ҡош» («Королёк — птичка певчая») (2013—2014), «Ҡара мөхәббәт» («Чёрная любовь») (2015—2017) һәм «Ғосманға нигеҙ һалыу» («Основание: Осман») (2019—)[1]. кеүек телесериалдарҙағы ролдәре буйынса билдәле.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурак Озчивит 1984 йылдың 24 декабрендә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында тыуған. Шәхси эшҡыуар булған атаһы йыш ҡына командировкаларға йөрөй. Шунлыҡтан өйҙә бик һирәк була. Йорт эштәрен башҡарыу ҙа, балалар тәрбиәләү ҙә әсә иңенә төшә. Актерҙың Бурчун Дениз исемле ҡыҙ ҡәрҙәше бар.

Бурак бала сағында күп ваҡытын телевизорҙан йәнһүрәттәр ҡарап үткәрә. Бер аҙ үҫә төшкәс, дуҫтары менән футбол уйнай, тренажер залына йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, Истамбул ҡалаһындағы Мармара университетының кино, һынлы сәнғәт һәм фотография факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында буйы 184 см булған йәш егет, модель булып, аҡса эшләй. Йәш сағында ул бер нисә тапҡыр «Төркиәнең иң яҡшы моделе» конкурсында ҡатнаша. 2003 йылда еңеп сыға. Йәнә ике йылдан ул «Донъяның иң яҡшы моделе» конкурсында 2-се урынды ала. Модель бизнесына ул атаһы ҡушыуы буйынса бара. Конкурстарҙа еңеп сыҡҡандан һуң, Озчивитҡа төрөк кинорежиссерҙары иғтибар итә.

Фильмдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурак тәүге тапҡыр киноға 2006 йылда төшә. «Минус 18» үҫмерҙәр триллерында ҙур булмаған ролде башҡара. Тағы бер йылдан йәш актерға «Мәжбүри ир» ирониялы мелодрамала төп ролде тәҡдим итәләр. Шулай ҙа актерға киң билдәлелекте «Бөйөк быуат» («Великолепный век») тарихи күп сериялы фильм алып килә. Бында ул легендар ғосман хәрби начальник Малкочоглу Бали-бей ролен башҡара. Бынан һуң ул Ришад Нури Гюнтекиндың экранлаштырылған «Кәрлә турғай - йырсы ҡош» («Королек — птичка певчая») романында Ҡымран ролен уйнай. Был роль актерҙы бар донъяға таныта. 2015 йылда актер «Ҡара мөхәббәт» төрөк сериалында Камил ролен икенсе бер билдәле актер Неслихан Атагөл менән бергә уйнай. Был сериал Рәсәйҙә«Черная любовь» сериалы булараҡ билдәле. 2019 йыл Бурак өсөн ысын мәғәнәһендә триумфаль йыл була. «Ғосманға нигеҙ һалыу» («Основание: Осман») хәрби-тариха сериалда ул төп ролде башҡара.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда ул Эвджен Фәхриә [2] исемле актриса менән осраша башлай. Йәштәр 2017 йылдың 9 мартында Германияла никахлаша. Ошо уҡ йылдың 29 июнендә Истанбулда өйләнешәләр. 2019 йылдың 13 апрелендә Америка госпиталендә йәш ғаиләнең Ҡаран исемле улы тыуа. 2023 йылдың ғинуарында икенсегә улдары Кәрим тыуа.


Фильмография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
2006 с Минус 18 Eksi 18 комиссар Мурат Акинджи
2007 с Муж по принуждению Zoraki Koca Омер Озполат
2007 ф Заражённый Musallat Суат
20082009 с Семейный дом Baba Ocağı Гювен
2010 с Предательство İhanet Эмир
20102011 с Маленькие секреты Küçük Sırlar Четин Атешоглу
20112013 с Великолепный век Muhteşem Yüzyıl Малкочоглу Бали-бей
2013 ф Зарафа Zarafa Хасан (турецкий дубляж)
20132014 с Королёк — птичка певчая Çalıkuşu Кямран
2015 ф Любовь похожа на тебя Aşk Sana Benzer Али
20152017 с Чёрная любовь Kara Sevda Кемаль Сойдере
2016 ф Мой брат Kardeşim Benim Хакан
2017 ф Мой брат 2 Kardeşim Benim 2 Хакан
2018 ф Жизнь отдам Can Feda капитан Альпарслан
2019н.в. с Основание: Осман Kuruluş: Osman Осман I

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Celebsbiodate. Бурак Озчивит известен своими ролями в Çalıkuşu (2013—2014) и приключенческом сериале Kuruluş: Osman (2019) (1 ғинуар 2021). Дата обращения: 1 ғинуар 2021. Архивировано 30 декабрь 2020 года.
  2. Fahriye Evcen ve Burak Özçivit galaya el ele geldi | Ntv.com.tr. Дата обращения: 26 февраль 2015. Архивировано 1 август 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.allocine.fr/personne/fichepersonne_gen_cpersonne=211711.html
  2. https://www.csfd.cz/tvurce/228076-burak-ozcivit/prehled/
  3. https://www.dfi.dk/viden-om-film/filmdatabasen/person/burak-ozcivit
  4. https://www.imdb.com/name/nm2704629/
  5. https://www.kinopoisk.ru/name/1455007/?utm_referrer=ru.wikipedia.org