Фәхриә Эвджен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәхриә Эвджен
төр. Fahriye Evcen
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Тыуған көнө 4 июнь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (35 йәш)
Тыуған урыны Федеративная Республика Германии[d], Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Дюссельдорф[d], Золинген[d]
Хәләл ефете Бурак Озчивит[d]
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө телевидение актёры, кино актёры
Уҡыу йорто Босфор университеты[d]
Бейеклеге 1,69 метр
Фолловерҙар һаны 451 683
Commons-logo.svg Фәхриә Эвджен Викимилектә

Фәхриә Эвджен Озчивит(төр. Özçivit Fahriye Evcen; 4 июнь 1986 йыл, Золинген) — Төркиәнең телевидение һәм кино актрисаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәхриә 1986 йылдың 4 июнендә Төньяҡ Рейн-Вестфалияла Золингенда Салоникиҙан күскән төрөк һәм черкес ҡатын-ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Фәхриәнең бала сағы Золингенда төрөктәр өсөн ауыр осорға тура килә[2][3][4]. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Фәхриә Генрих Гейне исемендәге Дюссельдорф университетына уҡырға инә, унда социология өйрәнә. Дюссельдорфта уҡыу осоронда, 2005 йылда, Фәхриә әсәһе менән Истанбулға ял итергә бара, көтмәгәндә унда «Никогда не забывай» сериалында роль ала[5]. Төшөрөүҙәр тамамланғандан һуң Фәхриә актриса карьераһын дауам итергә ҡарар итә һәм академик отпуск ала.

Тиҙҙән ул Гюнтекиндың хәҙерге заманға яраҡлаштырылған «Листопад» романында Неджла ролен ала, ул уға Төркиәлә киң танылыу килтерә. «Листопад» фильмында эште тамамлап та өлгөрмәй, Фәхриә тағы бер нисә, шул иҫәптән «Тоска» сериалында, «Небеса» һәм «Любовное затмение» фильмдарында төп ролдәрҙе ала. 2009 йыл башында тарих өйрәнер өсөн Фәхриә Босфор университетына уҡырға инә[6], әммә «Листопад» сериалында төшөүҙәр мәшғүллеге уҡыуҙы кисектерергә мәжбүр итә. 2014 йылда Фәхриә Босфор университетының тарих факультетын тамамлай. 2013 йылда Фәхриә Решат Нури Гюнтекиндың хәҙерге заманға яраҡлаштырылған Королек — птичка певчая" романынан төп роль ала[7]. Артабан «Курт Сеит и Шура» сериалында Мюрвет роле килә. 2014 йылда Фәхриә «Любовь похожа на тебя» фильмында төп ролде уйнай[8] , унда Бурак Озчивит персонажының һөйгәнен уйнай, Бурак менән Фәхриә элек «Королек» сериалында ла төшкәйне. 2016 йылда Фәхриә «Бесконечная любовь» фильмында төшә, бында уның партнеры билдәле төрөк актеры Мурат Йылдырым була.

Дүрт телде белә: испан, немец, инглиз һәм төрөк. Йәш сағында спорт менән мауыға, ә мәктәп йылдарында баскетбол командаһы һаҡсыһы булған[9].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йыл башында «Любовь похожа на тебя» фильмын төшөрөү ваҡытында актер Бурак Озчивит менән осраша башлай, уның менән 2013 йылда «Королек — птичка певчая» телесериалын төшөргәндә таныша[10]. 2017 йылдың 9 мартында Германияла никахлашалар һәм 2017 йылдың 29 июнендә Истанбулда өйләнешәләр[11]. 2019 йылдың 13 апрелендә Истанбулда улдары Каран тыуа[12].

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
2005 с Никогда не забывай төр. Asla Unutma' Пынар
20062010 с Листопад Yaprak Dökümü Неджла Текин
2006 с Тоска Hasret Сонгюль
2007 ф Небеса Cennet Кыз (девушка)
2008 ф Любовное затмение Aşk Tutulması Пынар
2009 ф Элвин и бурундуки 2 Alvin ve Sincaplar 2 турецкий дубляж
2010 ф Команда – На пути Аллаха төр. Takiye: Allah'ın Yolunda' Севде Аксу
2010 ф Сеньора Энрика Sinyora Enrica ile İtalyan Olmak сеньора Энрика в молодости
2011 с Лживая весна төр. Yalancı Bahar' Зейнеп Караман
2012 ф Ты мой дом Evim Sensin Лейла
2012 с Прощание төр. Veda: Esir Sehirde Bir Konak' Мехпаре
20132014 с Королёк — птичка певчая Çalıkuşu Фериде
2014 с Курт Сеит и Александра Kurt Seyit ve Şura Мюрвет
2015 ф Любовь похожа на тебя төр. Aşk Sana Benzer' Дениз
2017 ф Бесконечная любовь Sonsuz Aşk Зейнеп[13]
2017 с До самой смерти Ölene Kadar Сельви (Вильдан)
2017 с Цена плена Fiyat Esaret

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  2. Başrolde Nazi (тур.). Тakvim. Дата обращения: 8 декабря 2014.
  3. Almanya, Fahriye Evcen’i de yaktı (тур.) (недоступная ссылка). Ankara Haber.com. Дата обращения: 8 декабря 2014. Архивировано 1 декабря 2013 года.
  4. Fahriye Evcen Özel Röportajı (тур.). Sinemalar.com. Дата обращения: 8 декабря 2014.
  5. Asla Unutma (тур.). SinemaТürk.com. Дата обращения: 8 декабря 2014.
  6. Ali Tufan Koç Hayatımda hiç 'koyver gitsin' demedim  (төр.). Radikal (3 Temmuz 2011). 30 май 2012 тикшерелгән.
  7. Hakan Gence Feride,Fahriye'nin gözlerinde canlandı  (төр.). Hürriyet (21 Eylül 2013). 8 декабрь 2014 тикшерелгән.
  8. Fahriye Evcen ile Burak Özçivit'in aşk hikayesi  (төр.). gecce.com. 8 декабрь 2014 тикшерелгән.
  9. Интересные факты о турецкой актрисе Фахрие Эвджен. Comode. 3 июнь 2017 тикшерелгән.
  10. Fahriye Evcen ve Burak Özçivit galaya el ele geldi | Ntv.com.tr
  11. 32-летний Бурак Озчивит из «Великолепного века» женился Леди@mail.ru
  12. tv.ua. Секс-символ Турции Бурак Озчивит впервые стал отцом. tv.ua (15 апреля 2019). Дата обращения: 16 апреля 2019.
  13. Sonsuz Aşk'ın kamera arkası görüntüleri  (төр.). Hürriyet Kelebek (14 Mart 2017). 6 декабрь 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]