Эстәлеккә күсергә

Бурансы (Ишембай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Бурансы — Ишембай ҡалаһының Перегонный биҫтәһе биләмәһендә урынлашҡан тарихи урын. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ята

Бурансы 40 хужалыҡта 219 кешеһе булған ҙуо ауыл булараҡ 1795 йылдан билдәле. Атамаһы ошо ауылға нигеҙ һалыусы Бурансы исеменән бирелгән. Был ауылда йәшәгән уның улдары һәм ейәндәре билдәле. Оло улы Әбйәлил (1754-?), уның балалары Һатуси, Ишбай, Ғөбәйҙулла, Хибәтулла. Икенсе улы Өмөтбай Буранчин (1778-?), уның улдары Мөфтәхитдин, Сәйфитдин, Шәмсетдин, Күсәрбай һәм Асылбай Өмөтбаевтар[1]. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Түбәнге-Бурансы ауылы булған, хәҙер уның урынында Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы төҙөлгән.

1834 йылдағы VIII иҫәп алыуға төп ауылдан бер өлөш кеше айырылып сыға һәм 4 саҡрым ерҙә, Ағиҙел йылғаһының һул яғында 7 хужалыҡта 82 кешеһе менән яңы ауылға нигеҙ һала. Рәсми ҡағыҙҙарҙа уның исеме Түбәнге Бурансы тип атала, ә иҫке ауыл Үрге Бурансы ауылы тип йөрөтөлә, унда 12 хужалыҡта 129 кеше ҡала. Яңы ауылда халыҡ әкренләп арта. X ревизия буйынса Түбәнге Бурансыла 20 хужалыҡта 211 кеше йәшәгән., икенсеһендә 30 — йорт һәм 132 кеше. 1920 йылда Түбәнге Бурансыла 335, Үрге Бурансыла — 192 кеше иҫәпләнгән; хужалыҡтар ярашлы рәүештә, 64 һәм 35. Шуға ла атама Түбәнге Бурансынан Үрге Бурансыға күсерелә. 1925 йылда Түбәнге Бурансы бөтә, ә ауыл халҡы Ирек. ауылына күсеп ултыра. Был ойконим рәсми документтарҙа Иҫке Бурансы тип атала.

1929 йылда экспедиция етәксеһе геолог Блохин Алексей Александрович, тарихи дәлилдәргә таянып, нефть ятҡылыҡтарын табыу өсөн картала өс нөктәне, Түбәнге Бурансы, Ишембай, Көҫәпҡол ауылдарын һайлай.

И. М. . Губкин 1932 йылда үҙе асҡан Ишембай нефть ятҡылығын Түбәнге Бурансы ятҡылығы тип атай: Ишембай нефть ятҡылығы, Стәрлетамаҡ йәки Түбәнге Бурансы ятҡылығы Ағиҙел йылғаһы буйлап Башҡорт АССР-ы Сәтрлетамаҡ ҡалаһынан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1939 йылда Бурансы ауылында Бурансы нефть ятҡылығы асыла.

1940 йылда ауылИшембай ҡалаһы составына инә[2]. Перегонный биҫтәһе биләмәһендә урынлашҡан.

Деревня Буранчино. энц. Башкортостан,

  1. Буранчино, Нижнебуранчино. Генеалогия и архивы. Дата обращения: 28 октябрь 2011. Архивировано 12 март 2012 года.(рус.). Генеалогия и архивы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 март 2012. 28 октябрь 2011 тикшерелгән.
  2. Ишимбай. Твой поезд. Poezda.net. Дата обращения: 28 октябрь 2011. Архивировано 12 март 2012 года.(рус.). Poezda.net. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 март 2012. 28 октябрь 2011 тикшерелгән.