Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буран турғайы, буран түрә, аҡ турғай(рус. Белая лазоревка, лат. Cyanistes cyanus— турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Өҙлөкһөҙ һикергеләп йөрөүсе ҡошсоҡ. Дөйөм төҫө аҡ. Күҙҙәре аша ҡара һыҙыҡ үтә. Башы, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт зәңгәр. Ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар бар. Өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө һәм кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Күкбаш турғайҙан аҡ төҫө менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «тин-тин-тирра».
Япраҡлы һәм аралаш урмандарҙа, һыу буйындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Бик һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт һипкелле 9—11 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9