Эстәлеккә күсергә

Буркини

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буркини
Нигеҙләү датаһы 2004[1][2]
Рәсем
Асыусы йәки уйлап табыусы Aheda Zanetti[d]
 Буркини Викимилектә

Буркини (бурка + бикини, шулай уҡ бодикини) — мосолман ҡатын-ҡыҙы өсөн һыу инеү костюмы.

Буркини

Ливан дизайнеры Әһидә Зәнетти тарафынан уйлап сығарылған. 100 % полиэстер[3].

Буркини ике өлөштән тора, башҡа һылашып торған капюшоны бар — шәриғәттең ҡатын-ҡыҙ кейеменә булған бөтә талаптарына ла яуап бирә. Беселеше пижамаға яҡын, ҡатын-ҡыҙҙың, табандан һәм йөҙөнән башҡа, бөтә тәнен ҡаплай. Шулай уҡ йөҙөү генә түгел, спорттың башҡа төрҙәре менән дә шөғөлләнеү өсөн варианттар бар.

  • Фейскини (ингл. facekini) — ҡояшта бит ҡараймаһын өсөн ҡытай битлеге, йәки һыу инеү кейеменең бер өлөшө: балаклавалы буркиниға оҡшаш.
  • Зентай[en] (от япон. 全身タイツ (дзэнсин тайцу) — « тулыһынса ҡаплаулы») — Японияла барлыҡҡа килгән спандекс япон костюмы.
  • Һыу инеү машинаһы — диңгеҙ пляждарында һыу инеү өсөн ҡулайлама, ул ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡаты тәртип ҡағиҙәләрен һаҡлап, һыу инергә мөмкинлек бирә.