Эстәлеккә күсергә

Бурцев Евгений Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бурцев Евгений Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Иваново, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 декабрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Иваново, Рәсәй
Эш урыны Иваново дәүләт медицина академияһы[d]
Иркутск дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Иваново дәүләт медицина академияһы[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены

Бурцев Евгений Михайлович (2 май 1937 йыл8 декабрь 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-медигы, медицина фәндәре докторы, профессор; Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1993), Медицина-техник фәндәр академияһы академигы һәм ағзаһы (1994), Нью-Йорк Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы[1]

Неврология, баш мейеһе ҡан тамырҙарын иртә диагностикалау, дауалау һәм профилактикаһы мәсьәләләре буйынса 320-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография авторы. Уның тарафынан клиник неврологияла яңы йүнәлеш — йәш ангионеврологияһы барлыҡҡа килә[2]

Евгений Михайлович Бурцев Иваново ҡалаһында 1937 йылдың 2 майында тыуа.

1961 йылда Иваново медицина институтын (хәҙер Иваново дәүләт медицина академияһы) отличие менән тамамлай. Иваново өлкәһе Юж районының Хотимль ауылында (1961—1963) ауыл участка дауаханаһы табибы булып эшләй, һуңынан ике йыл буйына дауахана мөдире була.

1966 йылдан Иваново медицина институтының нервы ауырыуҙары кафедраһында аспирантураны тамамлай. 1967 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм ошо ваҡыттан алып ассистент вазифаһын башҡара, ә 1972 йылдан — кафедра доценты. 1975 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм 1976 йылдың октябрь айында Иркутск ҡалаһына күсенә, бында Иркутск медицина институтының нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире булып һайлана (хәҙер Иркутск дәүләт медицина университеты). 1979 йылдың мартында Евгений Бурцев яңы ойошторолоған Иркутск дәүләт врачтарҙың белемен камиллаштырыу институтына ректор итеп тәғәйенләнә, 1987 йылдың декабренә тиклем шул вазифаны башҡарыусы булып ҡала[2]

1987 йылдың аҙағында Е.М.Бурцев Ивановоға ҡайта, бында 1988 йылдың ғинуарында Иваново медицина институты ректоры итеп һайлана. 1994 йылда институт академия итеп үҙгәртелә, уның менән һаулығы торошо буйынса 1999 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем етәкселек итеүен дауам итә. Бурцев етәкселегендә 22 кандидатлыҡ һәм 6 докторлыҡ диссертациялары яҡлана[2]

Бурцев Евгений Михайлович 2000 йылдың 8 декабрендә Ивановола вафат була. Балино ҡала зыяратында ерләнә[2]

Дуҫлыҡ ордены (1998), миҙалдар менән бүләкләнә, «Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре», РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була (18.10.1991).

  • Үҙе хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған Хотимль ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһына хотимля ауыл, унда үҙ хеҙмәт эшмәкәрлеген Е. М. Бурцев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[3]
  • Бурцев исемен Иваново дәүләт медицина университеты клиникаһы йөрөтә.[3]