Бурылса (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бурылса
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Бурунчинский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Бурунчинский сельсовет[d][1]
Почта индексы 462134

Бурылса рус. Бурунча — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Бурылса ауыл советы составындағы ауыл.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Һаҡмар ҡушылдығы Оло Эйек йылғаһы буйында район үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан туранан төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 36 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға 1791 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенән генерал-лейтенант Мансуров үҙенең бында күсенгән крепостной крәҫтиәндәре өсөн нигеҙ һала. Тәүҙә ауыл генерал исеме менән Александровка тип аталған[2].

1796 йылда Бурылсала 15 йорт-ихата иҫәпләнә, уларҙа 131 кеше йәшәй. 1811 йылдан коллегия асессоры Андрей Иванович Сапожниковтың Богдановка ауылы ла телгә алына башлай. Уныһы Бурылса йылғаһы буйлап һул ярында урынлашҡан һәм 1960-сы йылдарҙа Бурылса ауылы составына ингән. 1901 йылда Бурылсала 118 йорт-ихата һәм 824 кеше иҫәпләнгән, ағас сиркәүле ауыл булған. Совет заманында Бурылсала «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы, ә Богдановкала «Красная Нива» колхозы эшләй[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға исем биргән Бурылса йылғаһының атамаһы йылҡы малы төҫө — бурылдан алынған. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында гидронимдың килеп сығышын бурыл — урыҫ телендәге чалый — төшөнсәһе менән аңлата. Икенсе бер риүәйәттә, йылғала Бурынса исемле ҡыҙ батып үлгән, гидроним шул фажиғә менән бәйле, тип аңлатыла [4]

Башҡорт теленең 2 томлыҡ һүҙлегендә Бурыл һүҙенең аңлатмаһы: Буҙ менән ҡара ҡатнаш йылҡы төҫө; шул төҫтәге атты ла бурыл тип йөрөтәләр[5].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса бында 449 кеше (урыҫ 93 %) йәшәгән, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса — 436[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. С.М.Стрельников Кувандыкский край в географических названиях — Златоуст, Издательство С.М.Стрельникова, 1994.
  3. Историческая справка.
  4. В основе названия реки лежит тюркский корень бурын- (бурыл-) со значением масти лошади «чалый» (светлый цвет шерсти, чёрная грива и хвост), а часть названия -са можно рассматривать как уменьшительно-ласкательный суффикс. Башкирскому Бурунса (Бурунча) в русских говорах соответствует кличка лошадей Чалко,Чалка. Сохранилось такое предание. В прошлом по речке Бурунча кочевали башкиры. В какой-то год во время сильного весеннего разлива в реке утонула башкирская девушка по имени Бурынса. Речку назвали в память о ней — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 176-сы бит
  6. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 176-сы бит
  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1