Эстәлеккә күсергә

Быяла мәсет (Һиндостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Быяла мәсет
Дәүләт  Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Мегхалая[d]
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы
Һыйым 8000
Оҙонлоҡ 121 метр
Киңлек 61 метр
Карта

Мәҙинә мәсете, Быяла мәсет (рус. Мади́на масджи́д, Стекля́нная мече́ть) — был Һиндостандағы беренсе һәм берҙән-бер быяла мәсет.

Бынан тыш, Мегхалая штатының баш ҡалаһы Шиллонг ҡалаһында урынлашҡан Мәҙинә Мәсете илдең төньяҡ-көнсығышындағы иң ҙур мәсет булып тора. Шиллонг Мосолман берекмәһе һәм мосолмандарҙың иғәнәһе иҫәбенә төҙөлгән мәсет йыл ярым дауамында һалына. Уны асыу тантанаһы 2012 йылдың 18 октябрендә була.

Ғибәҙәт йортоноң көмбәҙе һәм манаралары тулыһынса быяланан эшләнгән. Мәсет бейеклеге 36 метр (120 фут), киңлеге 18 метр (61 фут) булған дүрт ҡатлы бинанан ғибәрәт. Биналарҙың һыйҙырышлылығы 2000-дән ашыу кеше. Проектлағанда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым залдар ҡаралған. Мәсеттең үҙенсәлеге булып шулай уҡ төнгө яҡтыртыу тора. Төҙөүселәрҙең ниәте буйынса, бындай биҙәлеш мәсетте мәхәллә кешеләре өсөн генә түгел, яңы туристар өсөн дә ылыҡтырғыс итә.

Мәсет бөтә диндәрҙең берҙәмлеге символы булараҡ төҙөлгән. Биләмәлә дини институт-мәркәз урынлашҡан, унда буласаҡ имамдар белем ала, асыҡ лекциялар һәм дәрестәр үтә. Мәҙинә Мәсетезаманса ислам китапханаһы менән йыһазландырылған. Мәсет комплексына Мехерба исемле етем балалар өсөн приют та инә, унда әле 51 бала тәрбиәләнә[1].