Эстәлеккә күсергә

Бәбәк (ботаника)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәбәк
Ҡайҙа өйрәнелә эмбриология растений[d]
 Бәбәк Викимилектә
гинкго двулопастной) (Ginkgo biloba)Бәбәгенең төҙөлөшө
дөгө бәбәге (зәңгәргә буялған)

Бәбәк(эмбрион) [1] (ботаника) — яңы спорофиттың — юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең үҫеш циклында енси булмаған (диплоид) быуындың башланғысы.

Бәбәк булыуы юғары төҙөлөшлө споралы үҫемлектәргә лә, орлоҡло үҫемлектәргә лә хас.

Бәбәк зиготанан —енси процесс барышында ике гамета ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән күҙәнәктәнбарлыҡҡа килә.

Бәбәктең күп өлөшө яһаусы туҡыманан тора.

Орлоҡло үҫемлектәрҙә бәбәк орлоҡтың бер өлөшө булып тора.

Бәбәк төҙөлөшө түбәндәгесә:

  • Яралғы тамырса — үҫемлектең .төп тамырына башланғыс бирә торған өлөшө
  • Һабаҡса, йәки гипокотиль(гипокотиле) — бәбәктең тамырсаһы менән бөрөсәһе (плюмула) араһында урынлашҡан өлөшө. Һуңыраҡ унан үҫемлектең төп тамыры менән төп үрендеһе араһында урынлашҡан өлөшө барлыҡҡа килә. Орлоҡ шытҡанда ғәҙәттә тупраҡ өҫтөндә беренсе булып тап гипокотиль күренә.Тәүҙә элмәк формаһында ҡалҡып сыға. Аҙаҡ турайып тупраҡ эсенән орлоҡ өлөштәре менән бөрөсәне тартып сығара.
  • Бөрөсә, йәки плюмула, —орлоҡтың төп үрендегә башланғыс биргән өлөшө.
  • Орлоҡ өлөштәре (яралғы япраҡтар) — үҫемлектең беренсе япраҡтары. Орлоҡтың бәбәгендә үк үҫешә башлаған тәүге яралғы япраҡтар булып торалар. Йыш ҡына аҙаҡ барлыҡҡа клгән япраҡтарҙан формаһы буйынса ла, төҙөлөшө буйынса ла, ә ҡайһы берҙәре функциялары буйынса ла айырылып торалар.

Яланғас орлоҡло үҫемлектәрҙә орлоҡ өлөштәре икәүҙән ун һигеҙгә барып етә. Хатта бер төр эсендәге үҫемлектәрҙә лә һаны төрлөсә булырға мөмкин.

Бер өлөшлөләрҙә орлоҡ өлөшө берәү була, ике өлөшлөләрҙеке — икәү. Әммә ҡағиҙәнән ситләшеү осраҡтары ла бар: мәҫәлән, магнолияның ҡайһы бер төрҙәрендә икәү ҙә, өсәү ҙә булырға мөмкин. Ә дегенерия үҫемлеге орлоҡтарында орлоҡ өлөштәре, өсәү йәки дүртәү ҙә була ала, әммә бер ҡасан да икәү булмай.[2]).

Ҡайһы бер ныҡ махсуслашҡан бер өлөшлөләрҙә орлоҡ өлөшө бөрөсәне һаҡлаусы ҡалҡанға (колеоптиль) әйләнгән. Орлоҡ шытҡанда колеоптиль ҡаты өҫкө өлөшө менән тупраҡты тишеп сыға[3] һәм тәүге яралғы япраҡты барлыҡҡа килтерә.

Сәскәле үҫемлектәрҙең байтаҡ вәкилдәрендә бәбәк дифференцияланмаған, йәғни күҙәнәктәре махсуслашмаған була. Ҡайһы бер осраҡта был ябайлыҡ билдәһе булып тора, икенсе осраҡтарҙа — редукция, йәғни киренән ябайлашыу билдәһе (вторичностый упрощенность) булып тора. Орхидеяларҙа, шулай уҡ, күп кенә паразит үҫемлектәрҙә, мәҫәлән, шомбояларҙа (Заразиховый) һәм сапрофит үҫемлектәр, мәҫәлән арса сәскәлеләрҙең грушанка ғаиләһендә бәбәк ябайлашҡан

(редукцияланған) була. Әммә был билдәнең ябайлығы беренселме, икенселме икәнен асыҡлауы ауыр.[3]

  1. Коровкин, 2007
  2. Тахтаджян А. Л. Семейство дегенериевые (Degeneriaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1980. — Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения. — 430 с. — 300 000 экз. — С. 121—125.
  3. 3,0 3,1 Хржановский В. Г. Курс общей ботаники (цитология, гистология, органография, размножение): Учебник для сельхозвузов. Часть 1. 2-е изд. — М.: Высшая школа, 1982. — 384 с. — 55 000 экз. — С. 314—315.
  • Зародыш // Евклид — Ибсен. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 9).
  • Коровкин О. А. Анатомия и морфология высших растений: словарь терминов. — М.: Дрофа, 2007. — 268 с. — (Биологические науки: Словари терминов). — 3000 экз. — ISBN 978-5-358-01214-1.
  • Подсемядольное колено // Плата — Проб. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 20).
  • Семядоли // Сафлор — Соан. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 23).