Бәлә (һырт)
Бәлә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы |
Оҙонлоҡ | 7 km |
Киңлек | 2 km |
Бейеклеге/буйы | 791,2 метр |
Бәлә рус. Баля — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостандың Ишембай районының көнсығыш сигендә урынлашҡан.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай районында Әбейауырыған (Оло Шешәнәк ҡушылдығы) менән Ҡарағасйылға (Нөгөш бассейны) араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 7 км, киңлеге 2 км тирәһе, абсолют бейеклеге 791,2 м. Битләүҙәре һөҙәк.
Тау ҡомташ, алевролиттар һәм девон һәүерташтарынан тора. Өҫтөндә ҡараһыу һоро тау-урман тупраҡта киң япраҡлы урман (ҡайын, имән һ.б.) үҫә.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырттың атамаһын күптәр «бәлә» һүҙенән алынған тип уйлай.Бәлә тауы Бөрйән районының Брәтәк ауылына ҡарай.
Хәҙерге ваҡытта тау атамаһы «бәлә» һүҙенән алынған кеүек булып күренһә лә, ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны фарсы телендәге «боло» һүҙенә бәйләй. «Боло» фарсы телендә- бейеклек, тау, иң юғары власть .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 336. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта Ишимбайского района
- [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР ]