Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 17 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле ауыл советы, Йыланыш
Һөнәр төрө курортолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы (17 ғинуар 1958) — курортолог. Медицина фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы 1958 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Йыланыш ҡасабаһында тыуған. 1982 йылда Бащҡорт дәүләт медицина институтын, 1996 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 Дыуан районының санитария-эпидемиология станцияһында санитар табип булып башлай. 1984 йылдан башлап участка дауаханаһының баш табибы, 1987 йылда — райондың баш табибы, 1993 йылда — Дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүенең Дыуан территорияһы берекмәһенең баш дәүләт санитария табибы, 1994 йылдан башлап район хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2001 йылда — “Янғантау” шифаханаһы, 2012 йылдан алып “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы директоры, бер үк ваҡытта 2007 йылдан башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы булып эшләй[1]. Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улының фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһының шифахана-курорт комплексы шарттарында һаулыҡты тергеҙеүсе дауалау эшен ойоштороуҙы камиллаштырыуға арналған. Бәҙретдинов ҡатнашлығында терәк-хәрәкәт аппараты, периферик нервы системаһы ауырыуҙарын, умыртҡалыҡ остеохондрозының неврологик күренештәрен, хроник пиелонефритты һ.б. дауалау алымдары эшләнә[1].

Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2010). Өйләнгән, ғаиләлә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]