Бөйөк Луки дәүләт ауыл хужалығы академияһы
Бөйөк Луки дәүләт ауыл хужалығы академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 12 декабрь 1957[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Велікалуцкі сельскагаспадарчы інстытут |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ФГБОУ ВО Великолукская ГСХА[1] һәм Velikie Luki SAA[1] |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Административ-территориаль берәмек | Бөйөк Луки |
Урын | Бөйөк Луки |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][3] |
Адрес | 182112, Северо-Западный федеральный округ, Псковская обл., г. Великие Луки, пр. Ленина, д. 2[1] |
Рәсми сайт | vgsa.ru |
Бөйөк Луки дәүләт ауыл хужалығы академияһы — Псков өлкәһенең Бөйөк Луки ҡалаһындағы юғары уҡыу йортоф.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федераль юғары белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы «Бөйөк Луки дәүләт ауыл хужалығы академияһы» 1957 йылдың 4 декабрендә тәүҙә Бөйөк Луки ауыл хужалығы институты булараҡ ойошторола, ә һуңынан 1995 йылда хәҙерге статусын ала.
Академия структураһында 4 факультет, 12 кафедра, 4 фәнни-тикшеренеү лабораторияһы, 18 компьютер класы, 16 һөнәр буйынса аспирантура, өҙлөкһөҙ белем биреү үҙәге, тәжрибә баҫыуы, фәнни китапхана, мәғлүмәт-консультация үҙәге, редакция-нәшриәт бүлеге, уҡытыу машина паркы, һаулыҡ һаҡлау пункты, ял базаһы һәм башҡалар эшләй.
2010 йылдың ноябрь айында дөйөм майҙаны 9898 м² булған яңы уҡыу-лаборатория корпусын төҙөү тамамлана, унда уҡыу һәм лекция аудиториялары һәм махсус лабораториялар ғына түгел, спорт һәм тамаша залы ла, тренажерҙар залы һәм ашхана, ветеринария клиникаһы һәм зоология музейы, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы һәм ике конференц-зал урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылдың 4 декабрендә СССР Министрҙар Советы Ленинград ғәмәли зоология һәм фитопатология институты һәм Смоленск зооветеринария институты базаһында Бөйөк Луки ауыл хужалығы институты ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Студенттарҙы, уҡытыусыларҙың һәм ҡорамалдарҙың бер өлөшөн Бөйөк Лукиға күсерергә тәҡдим ителә.
1957 йылдың декабрендә Смоленск зооветеринария институтынан студенттар һәм зоотехник факультет уҡытыусыларының бер өлөшө барлыҡ мөлкәте һәм ҡорамалдары менән Бөйөк Лукиға килә. Бөйөк Лукиға Смоленск зооветеринария институтының бөтә биш курсынан 441 студент, профессор-уҡытыусылар составынан 25 кеше күсә.
1958 йылдың ғинуарында Бөйөк Луки ауыл хужалығы институты уҡыу эшмәкәрлеген башлай, уның составындағы зоотехник факультет башта уның төп һөнәрен билдәләй. 1958 йылда Бөйөк Луки ҡалаһына Ленинград ғәмәли зоология һәм фитопатология институты хеҙмәткәрҙәре был институттың мөлкәте һәм ҡорамалдары менән килә. Уның базаһында Бөйөк Луки ауыл хужалығы институтында агрономдарҙың үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса белемен камиллаштырыу факультеты эшләй башлай.
Ректорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сутормин Илья Федосеевич
- Ермолаев
- Куклин Александр Константинович
- Кондратьев Петр Михайлович
- Спасов Василий Прокофиевич
- Морозов Владимир Васильевич
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҡтисад факультеты
- Инженер факультеты
- Малсылыҡ һәм агроэкология технологияһы факультеты
- Ситтән тороп уҡыу факультеты
- Урта профессиональ белем биреү бүлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://www.vgsa.ru/sveden/common/
- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ