Эстәлеккә күсергә

Бөрйән район мәҙәниәт һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөрйән район мәҙәниәт һарайы
Нигеҙләү датаһы 1956
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөрйән районы һәм Иҫке Собханғол
Рәсми сайт burzyanrdk.ru
Карта

Бөрйән район мәҙәниәт һарайы — (тулы исеме Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы «Бөрйән район мәҙәниәт һарайы», рус. Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Бурзянский районный дворец культуры» муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан) Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Ленин урамы, 74 адресы буйынса урынлашҡан мәҙәни-ял учреждениеһы.

Бөрйән район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге 1945 йылдың 1 июлендә мәҙәни-сәйәси мәғариф идаралығы исеме аҫтында ойошторола. 1945 йылдың октябренән 1953 йылдың июленә тиклем мәҙәни белем биреү бүлеге тип атала. 1953 йылдың июлендә мәҙәниәт бүлеге тип атала башлай.

Бөрйән районы бөтөрөлөү сәбәпле, 1963 йылдың ғинуар башында мәҙәниәт бүлеге бөтөрөлә. Бөрйән районы ҡабаттан ойошторолғас, 1965 йылдың декабрендә тергеҙелә.

1951 йылда ике ҡатлы район мәҙәниәт йорто бинаһының проекты төҙөлә. 1956 йылда бина төҙөлөп бөтә.

1997 йылда мәҙәниәт һарайының яңы бинаһы төҙөлә. 296 урынлыҡ тамаша залы, унда фойе, кейенеп-сисенеү бүлмәләре, бейеү залы, методик кабинет бар. Унда шулай уҡ Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы[1] урынлашҡан.

2006 йылдан район мәҙәниәт һарайы «Бөрйән район мәҙәниәт һарайы» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы, ә 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының муниципаль мәҙәниәт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртелә, ә ауыл мәҙәниәт йорттары уның филиалдарына әйләнә.

Бөрйән район мәҙәниәт һарайы үҫешенә Ғәйнуллина Фатима Ғәйнулла ҡыҙы[2], Ғәлиева Р., Дауытова Р. Ә., Зарипов Р. М., Ҡарағолов Рәис Минһаж улы[3], Манапов Р. Х., Нияҙғолов Иҙел Р., Рахманғолова А. М., Сәйетбатталова Р., Хәлитов Ә., Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы ҙур өлөш индерә.

  • Суфиянова С. Х.
  • Мәмбәтов Б. Х.
  • Хәлитов С. Х.
  • Мәхмүтов М.
  • Газина К. З.
  • Зарипов Р. М.
  • Ефграфова М.
  • Суфиянова С. Х.
  • Ҡәҙерғолов М. Н.
  • Дәүләтсурин Ғ. С. — (1973—1977, 1996—1997 йылдарҙа)
  • Йүһүҙина Ф. (1978—1988 йылдар)
  • Вәлиев В. Ғ. (1997 йылдан)
  • Ҡыуандыҡов Рәис Афзал улы — (2000 йылдан)
  • Нәҙершина Гөлнур Ғәле ҡыҙы[4][5] — 2004 йылдан
  • Бәйләнештә[6]

Районный Дворец культуры // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 434. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

  1. Центральная районная библиотека // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 554. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  2. Гайнуллина Фатима Гайнулловна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 168. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Карагулов Раис Мингажевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 263. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  4. Надыршина Гульнур Галиевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 370. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  5. Үҙ һөнәренә тоғро
  6. «Бөрйән/район мәҙәниәт һарайы»