Бөтә донъя статистика көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бөтә донъя статистика көнө (ингл. World Statistics Day, рус. Всемирный день статистики) — йәмғиәт торошон сағылдырған һанлы күрһәткестәрҙе даими туплау эшенең мөһимлеген билдәләү көнө. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Статистика комиссияһы ҡарары менән булдырыла һәм БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫлана[1]. Беренсе тапҡыр 2010 йылдың 20 октябрендә донъяның 130 илендә билдәләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Статистика комиссияһының 2010 йылда үткәрелгән 41-се ултырышында «Бөтә донъя статистика көнөн» булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 3 июнендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы был ҡарарҙы раҫлай һәм 2010 йылдың 20 октябрен «Бөтә донъя статистика көнө» итеп иғлан итә. Беренсе тапҡыр сара уңышлы үтеү айҡанлы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Статистика комиссияһының 2012 йылдың мартында булған 43-сө ултырышында «Бөтә донъя статистика көнөн» биш йылға бер тапҡыр билдәләргә ҡарар ителә.

2010 йылдың 20 октябре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә донъя статистика көнө, 2010 йылғы билдә

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Пан Ги Мун барлыҡ илдәрҙең башлыҡтарына 2010 йылдың 20 октябрендә беренсе тапҡыр "Бөтә донъя статистика көнө"н билдәләргә тәҡдим итә. Уның тәҡдимен ҡабул итеп 130 илдә эшлекле һәм байрам саралары үтә.

2010 йылғы байрам саралары «Һөнәри оҫталыҡ менән намыҫлы хеҙмәт итеү» ораны менән үткәрелә.

« Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тәҡдиме буйынса бөгөн (20 октябрь 2010 йыл) беренсе тапҡыр «Бөтә донъя статистика көнө» билдәләнә, һәм был көндө үткәреүҙең маҡсаты —статистиканың йәмғиәтте камиллаштырыуҙағы әһәмиәтен күрһәтеү.
Пан Ги Мун
»

Байрам саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 20 октябре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә донъя статистика көнө, 2015 йылғы билдә

2014 йылдың март айында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Статистика комиссияһының 45-се ултырышында 2015 йылдың 20 октябрендә сираттағы «Бөтә донъя статистика көнөн» билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

2015 йылғы байрам саралары ораны: «Мәғлүмәт сифатын яҡшыртыу. Йәшәү кимәлен яҡшыртыу».

Байрам саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһында 20—22 октябрҙә Новосибирск ҡалаһында Беренсе Асыҡ Рәсәй статистика конгрессы үткәрелә. Ойоштороусылары — Рәсәй Статистиктар Ассоцицияһы, Рәсәй Федераль статистика хеҙмәте, Новосибрск дәүләт иҡтисад һәм идаралыҡ университеты[2].
  • Башҡортостан Республикаһында 20 октябрҙә Башҡортостан статистика хеҙмәте ҡарамағындағы Йәмғиәт палатаһының киңәйтелгән ултырышы буласаҡ, уға киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла. 20 октябрҙә шулай уҡ йәш статистиктарҙың КВН командаһы республиканың янғын һүндереүселәренең ике КВН командалары менән берлектә байрам сығышы күрһәтәсәк.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]