Бөтә халыҡ Ҡайғы көнө (Германия)
Бөтә халыҡ ҡайғы көнө, Халыҡтың матәм көнө (нем. Volkstrauertag) — Адвент көнө (13 -19 ноябрь) алдынан, һуңғының алдындағы (предпоследний) йәкшәмбелә, Германияла һуғыш һәм дәүләт ирекһеҙләүе ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 й. Германияның хәрби ҡәберҙәрҙе тәрбиәләү буйынса Халыҡ союзы Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандарҙы хәтерләү көнөн билдәләргә тәҡдим итә. Ул Рейхстагта 1922 йылда беренсе тапҡыр билдәләнде, ә 1926 йылдан башлап ул Бөйөк постың икенсе йәкшәмбеһендә бөтә ил буйынса билдәләнде.
1934 й., нацистар властҡа килгәндән һуң, был көн Батрыҙарҙы хәтерләү көнө (Heldengedenktag) тип аталды, 1939 йылдан ул йыл һайын 16 мартта, ә 1945 йылда һуңғы тапҡыр билдәләнде.
1948 йылдан Көнбайыш Германияла Беренсе донъя һәм Икенсе донъя һуғышы ҡорбандарын хәтерләй торған Бөтә халыҡ ҡайғы көнөн билдәләй башланылар, ә 1952 йылдан, традиция буйынса үлем, ваҡыт һәм мәңгелек тураһында уйлай торған Адвента алдынан, һуңғының алдындағы (предпоследний) йәкшәмбелә билдәләнә башланды. Хәҙер ул һуғыш ҡорбандарын ғына түгел, дәүләт ирекһеҙләүе, көс ҡулланыуы ҡорбандарын да хәтерләүгә арнала.
Был көндө Германия Президенты хөкүмәт ағзалары һәм сит ил дипломаттары алдында телмәр тота. Бынан һуң Германия Гимны һәм Der gute Kamerad йыры яңғырай. Бөтә тораҡ пункттарҙа ла мемориалдарға венок һалыу тантанаһы үткәрелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килешеү көнө
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Volkstrauertag 2020 йыл 8 май архивланған.
- Volkstrauertag
- Volkstrauertag — Tag des Gedenkens ein, Erinnerns und Mahnens 2020 йыл 8 май архивланған.
- Лев Копелев: Оҙаҡ йәшәмәй вафат бойора!(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)