Ваганиха (утрау)
Ваганиха | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Вологда өлкәһе |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Шексна[d] |
Ваганиха — Рәсәй Федерацияһы Вологда өлкәһенең Шексна йылғаһы тамағы өлөшөндә торған утрау. Был утрау Шексна йылғаһының Рыбинск һыуһаҡлағысына ҡушылған урынында, Череповец ҡалаһынан көньяк-көнсығышҡа табан бер нисә километрҙа урынлашҡан.
Флора
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваганиха утрауының көнсығыш өлөшө ҡыҙыл көртмәле еләклеге һәм ҡарағайлыҡ (ағастарҙың уртаса йәшәү дәүере 60-80 йыл тәшкил итә) урмандары менән ҡапланған. Утрауҙың ҡыуаҡтар ярусында коричный гөлйемеш, артыш, ғәҙәти жимолость (айыу баланы), ҡыҙыл бузина, оҙонса япраҡлы ирга, аҡ свидина, балан, ҡурай еләге, ҡуҙаҡлы һәм ҡара ҡарағат, эт муйылы (крушина), талдар һәм башҡа төрлө ҡыуаҡтар йәйелеп үҫә[1].
Ваганиха утрауының көнбайыш өлөшө төрлө үләндәр, башлыса ялан үләндәре, менән ҡапланған. Был ялан үләндәре үҫкән урындар хәҙерге ваҡытта колхоздар бөтөрөлөү һәм шәхси хужалыҡтарҙың ҡырҡа кәмеүе арҡаһында сабылмайҙар, шунлыҡтан тал һәм ерек ағастары менән әүҙем рәүештә баҫыла башлағандар. Яр буйҙары күбеһенсә уйһыулыҡ үләндәре һәм күрән-ҡамыш менән ҡапланған, улар сабынлыҡ өсөн яраҡлы түгел[2].
Фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваганиха утрауында Рәсәйҙең төньяҡ - көнбайышы өсөн уникаль булған һоро селән колониялары йәшәй — ХХ быуаттың 80-се йылдары уртаһында бында 150 пар самаһы һоро селән йәшәгәне билдәле була, уларҙан тыш утрауҙа күп һанлы ҡыр өйрәктәре (утка-гоголь), ҡорҙар йәшәй, бында мышыларҙың аҙыҡ участкалары һәм быҙаулау урындары бар.
Заказнигы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың 80-се йылдарында Череповец металлургия комбинаты Ваганиха утрауында дачалар өсөн территориялар биләргә була. Был хәл утрауҙа йәшәгән һоро селән һәм башҡа төр ҡоштарға бөтөү ҡурҡынысы менән янай. Шунлыҡтан урындағы кешеләр утрауҙа заказник булдырыу инициативаһын күтәреп сығалар, уларҙың теләктәрен властар ишетә һәм утрауҙа заказник булдырыла. Заказниктың төп маҡсаты булып һоро селәндәрҙе һәм башҡа ҡоштарҙы юҡ булыуҙан һаҡлау бурысы тора. Артабан заказникта бөтә төр урман киҫеү, һунар итеү һәм төҙөлөш эштәрен алып барыу закон тарафынан тыйыла[3].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Порошина, Суслова, 2011, с. 30
- ↑ рус
- ↑ Воробьев, 1993, с. 62—63
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воробьев Г. А. Ваганиха // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006. — ISBN 5-87822-305-8.
- Особо охраняемые природные территории, растения и животные Вологодской области. — Вологда: Русь, 1993. — 254 с. — ISBN 5-87822-024-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваганиха (рус.). — Информация об ООПТ на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»): oopt.aari.ru.