Вагаршапат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Вагаршапат
Վաղարշապատ
Echmiatsin Armenia 2.jpg
Эчмиадзин соборы
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Армения

Марз

Армавир

Ойошма

Эчмиадзин

Координаталар

40°10′00″ с. ш. 44°18′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Карен Григорян

Нигеҙләнгән

беҙҙең эраға тиклемге II быуат

Элекке исеме

114 йылға тиклем — Вардкесаван
1945 йылға тиклем — Вагаршапат
1992 йылға тиклем — Эчмиадзин

Халҡы

57 500[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+374 (231)

Почта индексы

1101—1109

Рәсми сайт

www.ejmiatsin.am
 (әрм.) (рус.) (инг.)

Вагаршапат (Армения)
Вагаршапат
Вагаршапат
Вагаршапат (Армения Армавир)
Вагаршапат

Вагаршапат (әрм. Վաղարշապատ) — Әрмәнстандың Армавир өлкәһендәге ҡала, илдең иң әһәмиәтле мәҙәни һәм дини үҙәктәренең береһе.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вардкесаван ҡалаһы беҙҙең эраға тиклем II быуатта уҡ булған; атамаһы шәхси исемдән яһалған һәм әрмәндәрҙең аван, йәғни «ауыл» мәғәнәһенән алынған. 140 йылда Вагаршак исемле батша ауылды диуар менән уратып алынған һәм уға Вагаршапат тигән үҙ исемен — «Вагарш ҡалаһы» (фарс. апат, абад «ауыл, ҡала») биргән[2]. II—IV быуатта Бөйөк Әрмәнстандың баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә 303 йылда төҙөлгән собор тора, риүәйәттәргә ярашлы, Әүлиә Григорийға Ғайса пәйғәмбәр килә. Был ваҡиға иҫтәлегенә собор Эчмиадзин — туранан-тура тәржемәлә «инан» тигән исем ала. 1945 йылда Вагаршапат Әрмән апостол сиркәүенең Бөтә Әрмән католикосы резиденцияһынды йәшәгән кеше хөрмәтенә Эчмиадзин монастыры итеп үҙгәртелә (әрм. Էջմիածին). 1992 йылда элекке исеме ҡайтарыла, әммә ике атама ла берҙәй ҡуллана.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эчмиадзин ҡалаһы Арарат тигеҙлегендә, Эчмиадзин тимер юл станцияһынан 15 саҡрым йыраҡлыҡта, Еревандан 30 саҡрым көнбайышҡараҡ урынлашҡан. Халыҡ һаны 57,5 мең кеше (2010).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эчмиадзин, йәки 1723 йылғы картала Учкилис. Авторы Гийом Делиль.

Батша Вагарш I[3] беҙҙең эраның II быуат башында, Вардкесаван ауылы урынында Бөйөк Әрмәнстандың яңы баш ҡалаһына нигеҙ һалған. Баш ҡала Әрмән апостол сиркәүенең дини үҙәге һаналған.

Яңы заманда ҡала Учкилис тигән төрки атама аҫтында танылыу ала, ул «өс сиркәү» тигәнде аңлата[4][5].

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет власы осоронда Эчмиадзинда пластмассалар заводы, тимерҙән эшләнгән көнкүреш әйберҙәре, әрмән производство берекмәһе «Электрон»дың филиалы, «Армсувенир» берекмәһе филиалы эшләй. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте (шарап заводы, консерва заводы һ. б.), Приборҙар етештереү заводы (ҡалала уны «вертолет заводы» тип йөрөтәләр), төҙөлөш материалдары етештереү заводы һ.б. була.

Мәғариф һәм мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бында Клуб-китапхана техникумы, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Әрмән дәүләт картиналар галереяһының филиалы, шағир М. И. Иоаннисяндың йорт-музейы, композитор Г. С. Комитас музейы бар.

1995 йылдан Эчмиадзинда «Лусаворич Григор» университеты, шулай уҡ уға ҡараған лицей һәм медицина колледжы эшләй.

Эчмиадзин ғибәҙәтханалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эчмиадзин — әрмән апостол сиркәүенең тарихи үҙәге. Ҡалала католикос монастыры резиденцияһы, Эчмиадзин кафедраль соборы, дини уҡыу йорттары урынлашҡан. Ҡәҙимге базиликҡа оҡшатып эшләнгән собор 303 йылда, Әрмәнстанда дәүләт дине итеп христианлыҡ индерелгәс төҙөлгән, V һәм VII быуаттарҙа яңынан үҙгәртеп ҡорола. Манараһы — 1653—58 йылдарҙа, ризницаһы 1869 йылда төҙөлә.

Собор интерьерында XVII һәм XVIII быуатта (Нагаш Овнатан), шулай уҡ XVIII быуат (О. Овнатанян) аҙаҡтарында эшләнгән фрескалар урын алған. Монастырь комплексына ашау бүлмәһе (XVII быуаттың беренсе яртыһы), ҡунаҡхана (XVIII быуат уртаһы), католикос йорто (1738—41), мәктәп (1813), таш һыу ятҡылыҡтары (1846) һәм башҡа ҡоролмалар инә. Совет осоронда күпләп торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары төҙөлә.

Эчмиадзинда Рипсимэ (618) ғибәҙәтханаһы, өс аркалы гавит менән (1683) Гаянэ базилик манараһы (630, 1652 йылда яңынан үҙгәртеп ҡоролған), Шокагат сиркәүе (1694) урын алған. Соборҙа урта быуат һынлы сәнғәт әҫәрҙәре музейы (1955 йылда төҙөлгән) урынлашҡан.

Echmiadzin, Jerevan, Armenia.jpg
Echmiadzin-gayane.jpg
St. Hripsime Church. View from below.jpg
Эчмиадзин кафедраль соборы, IV быуат, V быуатта үҙгәртеп ҡоролған Изге Гаянэ сиркәүе, 630 йыл Изге Рипсимэ сиркәүе, 618 йыл

Туғандаш ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй флагы Петрозаводск, Рәсәй
  • Украина флагы Каменец-Подольский, Украина
  • Flag of France.svgФранция флагы Иссь-ле-Мулино, Франция
  • Рәсәй флагы Сергиев посад, Рәсәй (2010 йыл)
  • АҠШ флагы Преста, АҠШ
  • Рәсәй флагы Санкт-Петербург, Рәсәй

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Әрмәнстан халҡы - Армстат
  2. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Свыше 5 000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева — М.: «Русские словари», 1998. — Б. 160. — 372 б. — ISBN 5-89216-029-7.
  3. Эчмиадзин — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
  4. Коллекция карт Девида Ремзи
  5. Mirza Yusuf Nersesov.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Арутюнян В. М. Эчмиадзин. — М., 1958.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]