Эстәлеккә күсергә

Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вагиз Нуруллович Хайруллин битенән йүнәлтелде)

Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (14 декабрь 1929 йыл10 июль 1999 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.

Вәғиз Нурулла улы Хәйруллин 1929 йылдың 14 декабрендә БАССР-ҙың Бөрө кантоны (хәҙерге БР-ның Дүртөйлө районы) Һикәлекүл ауылында тыуған — 10.7.1999 йылдың 10 июлендә Дүртөйлө районы Шишмә ауылында вафат булған, тыуған ерендә ерләнгән. Ауыл хужалығының билдәле хеҙмәткәре.

1945 йылдан башлап Дүртөйлө районындағы «Трактор» колхозында,

1953 йылдан — «Шишмә» колхозында эшләй: 1956 йылдан умартасылыҡ бригадаһы бригадиры,

1959—1990 йылдарҙа - «Шишмә» колхозы рәйесе. Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы етәкселегендә «Шишмә» колхозы үҫемлекселек һәм малсылыҡта ҙур күрһәткестәргә өлгәште: 1984—86 йылдарҙа бөртөклө орлоҡ культуралары уңышы гектарынан 35,3 центнер бирҙе, бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һөт һауыу — 3496 кг тәшкил итте.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981)
  • Ленин ордены (1986)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1976)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966)