Эстәлеккә күсергә

Старикова Валентина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валентина Старикова битенән йүнәлтелде)
Старикова Валентина Ивановна
Төп мәғлүмәт
Тыуған

24 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

пианист, музык уҡытыусыһы

Инструменттар

фортепиано

Наградалар


Знак "За отличную работу" Министерства культуры СССР, лауреат международных конкурсов, заслуженный работник культуры Республики Башкортостан

Старикова Валентина Ивановна (24 февраль 1949 йыл) — Рәсәй пианисы, сәнғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[1], М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Башҡортостандың Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы. Бер нисә халыҡ-ара музыкаль конкурстарының жюри ағзаһы.

Валентина Ивановна Старикова 1949 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Башланғыс музыкаль белемде М. В. Шаталова класында ала. Өфө сәнғәт училищеһында Г. Нейгауз уҡыусыһы Валерий Петрович Стародубровский класында уҡый. Юғары белемде Өфө дәүләт сәнғәт институтында сәнғәт институтында (Франк Александр Давыдович класы) ала, 1973 йылда тамамлай. Сәнғәт институтында уҡыта, артабан педагогик эшен М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Урта махсус музыка колледжында дауам итә.

Ижади һәм педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдынғы Рәсәй фортепиано педагог-методисттары иҫәбенә инә[2]. Эшләгән дәүерендә 60-тан ашыу халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттарын тәрбиәләне, улар араһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Сергей Чипенко, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Илдар Хисаметдинов, Татьяна Лонщакова һәм Александр Воротник, пианистар Ли Сион[3] (Й. Гайдн исемендәге музыкаль конкурсы Гран-приһы, Вена, Австрия) һәм Денис Хөсәйенов (Халыҡ-ара Дельфий уйындарының Алтын миҙалы[4], Константин Игумнов исемендәге конкурстың I премияһы лауреаты). Уның уҡыусылары уҡыталар һәм концерттар менән Башҡортостандың күп ҡалаларында, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә сығыш яһайҙар. «Музыка для всех» мәктәп-студияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уҡытыусыһы[5], мәҫәлән, Скавронский исемендәге пианистар һәм фортепиано ансамблдәренең халыҡ-ара конкурсы, А. Франк исемендәге, «На крыльях таланта» һәм «Йондоҙ иле» конкурс-фестивалдәре кеүек Пианистарҙың халыҡ-ара конкурстары жюри составына инә[6] , фәнни-ғәмәли конференцияларҙың, даими ҡатнаша, «Искусство и образование-XXI» халыҡ-ара форумындағы сараларҙа даими ҡатнашыусыһы һәм ойоштороусыһы «Сәнғәт һәм мәғариф-XXI». Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Һиндостан, Көньяҡ Корея) үҙенең мастер-кластарын үткәрә. Фортепьяно сәнғәтенә өйрәтеү өлкәһендә бик күп методик публикацияларҙың авторы. Владимир Спиваковтың халыҡ-ара Фондының даими партнеры[7]

Эшмәкәрлеген баһалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Слесарев, народный артист РФ, профессор МГК им. Чайковского:

Мастер-класс Стариковой в Южной Корее

"Мне доводилось слышать многих учеников Валентины Ивановны как на конкурсах, так и на мастер-классах, кроме того — на уроках в классе специального фортепиано, и я убеждён, что их высокий профессиональный уровень — это результат кропотливого труда талантливого педагога, каким я безусловно считаю Старикову. Её педагогическое мастерство и научно-методическая обеспеченность позволяют ей самой проводить мастер-классы и консультации для преподавателей фортепиано всех звеньев образования — школ, училищ, вузов. От коллег всегда слышу хорошие отзывы об этих мероприятиях. В моём классе в Московской консерватории и ЦССМШ обучались ученики Стариковой (в частности — Денис Хусаинов и Галина Минибаева), поэтому я особенно хорошо знаю высокое качество её работы как преподавателя".[2]

Является обладателем Гранта фонда «Русское исполнительское искусство»[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бүләкләнеүселәр билдәһе СССР-ҙың мәҙәниәт Министрлығы билдәһе «За отличную работу» менән бүләкләнгән. 2012 йылда Гран-при яулаған уҡыусыһы Ли Сионды әҙерләгәне өсөн халыҡ-ара жюриһы ҡарарына ярашлы махсус диплом менән наградлана[9]

  • В. И. Старикова на сайте БГПУ им. М. Акмуллы
  • Биографический очерк в газете «Вечерняя Уфа»