Эстәлеккә күсергә

Байбулатов Валерий Тимиргалиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валерий Байбулатов битенән йүнәлтелде)
Байбулатов Валерий Тимиргалиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Тигермән ауылы, Баймырҙа ауыл советы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном, уҡытыусы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Байбулатов Валерий Тимиргалиевич (13 февраль 1959 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, 1992 йылдан Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы 150-се һөнәри училищеның (артабан һөнәри лицей, хәҙер агросәнәғәт колледжы) директоры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә мари Советы — Мер Канашта Башҡортостан Республикаһынан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы. 1982 йылдан Мишкә район Советы депутаты, 2012—2014 йылдарҙа район Советы рәйесе. 2003-2016 йылдарҙа «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире, 2016 йылдан көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2009) һәм ауыл хужалығы (2013) хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019). Мишкә районының почётлы гражданы.

Валерий Тимиргалиевич Байбулатов 1959 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Тигермән ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1966 йылда Тигермән башланғыс мәктәбенең беренсе синыфына бара, 1970—1976 йылдарҙа күрше Баймырҙа ауылындағы урта мәктәптә уҡый.

1976 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә.

Юғары белемле йәш белгес үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылдың ноябрендә Мишкә районының Мичурин исемендәге колхозында комплекслы бригада етәксеһе булып башлай.

1982 йылдың майында ВЛКСМ-дың Мишкә район комитетына ойоштороу бүлеге мөдире итеп үрләтелә, ә бер айҙан ВОКСМ район комиетының беренсе секретары итеп һайлана.

1984 йылдың июненән 1986 йылдың октябренә тиклем райондың «Заря» умартасылыҡ совхозы директоры булып эшләй һәм хужалыҡтың үҙәртелеп-ҡоролоуы сәбәпле «Мишкә» совхозына орлоҡсо агроном итеп күсерелә.

1987 йылда «Дружба» колхозы идараһы рәйесе итеп һайлана.

1990—1991 йылдарҙа Свердловск Юғары партия мәктәбендә (аҙаҡтан Свердловск социаль-сәйәси институты) уҡый һәм уны тамамлағандан һуң Мишкә район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире була.

1992 йылдың октябрендә Мишкәләге 150-се һөнәри училище директоры итеп күсерелә һәм бөгөнгө көндә лә шул уҡ вазифала — агросәнәғәт колледжы етәксеһе булып эшләй[1].

2019 йылда Валерий Байбулатов Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөтә мари Советы — Мер Канашта Башҡортостан Республикаһынан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы (2008—2016)
  • Мишкә район Советы депутаты (1982 йылдан)
  • Мишкә район Советы рәйесе (2012—2014)
  • «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире (2003-2016)
  • Көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе (2016 йылдан)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)[3].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)
  • Саңғы спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастерлығына кандидат.
  • Мишкә районының почётлы гражданы[4].