Варшава мәсете
Уҡыу көйләүҙәре
| Мәсет | |
| Ил | |
| Ҡала | Варшава |
| йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
| Мәсет төрө | Йәмиғ мәсете |
| Архитектура стиле | Мавритан архитектураһы |
| Төҙөлөү датаһы | 1993 йыл |
| Манаралар һаны | 0 |
| Торошо | эшләй |
Варшава мәсете (пол. Meczet w Warszawie) Варша́вская мече́ть — Польша баш ҡалаһының көньяғында Висла йылғаһының һул ярында , Варшаваның Вилянув районында урынлашҡан мосолман ғибәҙәтханаһы. Польшала хәҙерге ваҡытта эшләп килгән 5 мосолман мәсетенең береһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылда манараһыҙ төҙөлгән мавритан стилендәге мәсет. Варшавала мәсет төҙөү 1936 йылда уҡ планлаштырылған булған. 4 манара менән уратып алынған, колонналы һәм аркалы, һуғанбаш рәүешендәге ҡыйыҡлы ғибәҙәт йорто төҙөү күҙаллана. Икенсе донъя һуғышы төҙөлөш пландарына ҡамасаулай.
Мәсет эргәһендә хәҙер ислам мәҙәни ойошмалары үҙәге эшләй.