Васильев Петр Клавдиевич
Васильев Петр Клавдиевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 август 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Канаш, Ыҫлаҡбаш ауыл Советы, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Васильев Пётр Клавдиевич (26 август 1941 йыл) — нефть сәнәғәте ветераны. 1995—2001 йылдарҙа Башнефть берекмәһенең Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Милләте — сыуаш[2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петр Клавдиевич Васильев 1941 йылдың 26 авгусында БАССР-ҙың Бәләбәй районы Канаш ауылында тыуған.
1969 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[3]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда техник училище тамамлағандан һуң Бәләбәй ҡалаһында «Аксаковнефть» предприятиеһында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып башлай.
1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Запасҡа ҡайтҡас, 1966—1969 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый.
1969—1979 йылдарҙа — Краснокама районында урынлашҡан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында слесарь, мастер, ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, баш механик.
1979—1985 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Нефтекама үҙәк производство тәьминәт базаһының начальник урынбаҫары, 1985 йылдан — предприятие начальнигы.
1995 йылдан 2005 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводы директоры.
1990 йылда Нефтекама ҡалаһы 102-се Нефть һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[4][5] [6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы,
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы,
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Виперсон
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Васильев Петр Клавдиевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
- ↑ Васильев Петр Клавдиевич
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104