Ватан-Әсә
Ватан-Әсә | |
Нигеҙләү датаһы | 9 май 1960 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Калинин районы |
Һүрәтләнгән объект | Родина-мать[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Калининский район (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | проспект Непокоренных, 72, Пискарёвское мемориальное кладбище |
Ватан-Әсә Викимилектә |
Ватан-Әсә[К 1] — Санкт-Петербургта Пискарев мемориаль ҡәберлегендә урынлаштырылған монумент.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таш постаментҡа ҡуйылған алты метрлыҡ бронза скульптура ҡулына имән япрағынан гирлянда — мәңгелек символы тотҡан ҡатынды һүрәтләй. Скульптура артындағы таш диуарҙа Ольга Берггольцтың шиғыр юлдары уйып яҙылған:
Здесь лежат ленинградцы. Здесь горожане — мужчины, женщины, дети. |
Шиғри юлдарҙан тыш, стенала бер-береһенең ҡаршыһына барған кешеләр силуэттарын күрергә мөмкин.
Скульптура ҡайғырыусы ҡатын-ҡыҙҙы, әсәне, ҡатынды кәүҙәләндерә. Скульптура йөҙө менән туғандар ҡәберенә төбәлгән. Скульптура артында (зыярат территорияһынан ситтә) торлаҡ йорттар булмаған, 2-3 квартал оҙонлоғонда коридор ҡалдырылған.
Скульптура тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдың февралендә блокада ваҡытында һәләк булған ленинградлыларға мемориал проектына конкурс үткәрелә. 1956 йылда 26 гектарҙан ашыу майҙанда архитекторҙар А. В. Васильев һәм Е. А. Левинсон проекты буйынса мемориаль комплекс төҙөү башлана. 1960 йылдың 9 майында, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең ун биш йыллығына мемориал асыла. Мәңгелек ут Марс яланындағы уттан тоҡандырыла.
Ансамбль авторҙары — архитекторҙар А. В. Васильев, Е. А. Левинсон, скульпторҙар В. В. Исаева һәм Р. К. Таурит («Тыуған ил-әсә» һәм ҡабырға стеналарҙағы рельефтар), М. А. Вайнман, Б. Е. Каплянский, А. Л. Малахин, М. М. Харламова (үҙәк стелалағы горельефтар).
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Ҡалып:Книга:Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград
- ↑ Пискарёвское мемориальное кладбище, памятник . Санкт-Петербург. Энциклопедия. Комитет по культуре Санкт-Петербурга. Институт Петра Великого. Дата обращения: 31 ғинуар 2018.