Эстәлеккә күсергә

Вахитова Лена Нурулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вахитова Лена Нурулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Таң, Салмалы ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө иҡтисадсы[d]
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт сауҙа-иҡтисади университеты[d]

Вәхитова Лена Нурулла ҡыҙы (рус. Вахитова Лена Нурулловна19 сентябрь 1949) — совет хужалығы эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты(1991—1995), 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте буйынса татар.

Вәхитова Лена Нурулла ҡыҙы 1949 йылдың 19 сентябрендә БАССР-ҙың Шаран районы Таң ауылында тыуған.

1985 йылда Ситтән тороп уҡыу совет сауҙаһы институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1968 йылда Туймазы тегенселек фабрикаһында тегенсе-мотористка булып башлай, артабан магазинда кассир булып эшләй.

1971 йылда сауҙа курсын тамамлап, һатыусы һөнәрен үҙләштерә һәм бер аҙ һатыусы булып эшләгәндән һуң Туймазы ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ" универмагы директоры итеп тәғәйенләнә.

1986 йылдан Туймазы район ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе вазифаһында эшләй[1] 1995 йылдан Башкирпотребсоюз ойошмаһы рәйесе.[2] 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай иғлан ителә. Лена Нурулла ҡыҙын 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлайҙар.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, шәхси эшҡыуар булып теркәлә[3], һәм икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары сауҙаһы буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 91.
  2. Генеалогическая база знаний: персоны, фамилии, хроника
  3. Вахитова Лена Нурулловна
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104