Ваҡ мөншөгөр
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Ваҡ мөншөгөр | |||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||
![]() Оя ҡороу арауығы Йыл буйы йәшәгән ерҙәре Ҡышын ғына йәшәйҙәр | |||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||
|
Ваҡ мөншөгөр, күл буғаһы, һыу буғаһы, бупылдаҡ, ғомбой (рус. Малая выпь, лат. Ixobrychus minutus) - ҡауҙылар ғаиләһендәге иң ваҡ ҡош.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарғанан бәләкәйерәк төн ҡошо. Ата ҡоштоң башы, һырты, ҡанаттары ялтыр ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ерән-һары. Түшендә ҡыҙғылт көрән һыҙыҡтар бар. Инә ҡошта ҡара төҫ урынына — ерәнһыу көрән. Ҙур мөншөгөрҙән төҫө һәм бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы көслө генә: «ке-ке-ке-кек», яҙғы ата ҡош үкерә: «прумб», «бух» йәки «пумб».
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ваҡ тал, үлән һәм ҡамыш уратып алған күлдәрҙә, ҡылыларҙа йәшәй. Тәлмәрйендәр, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас башында, ҡыуаҡлыҡта, йығылған ҡамыш өҫтөндә оялай. 4—8 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц Прага: Артия 1990
- Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия М.: Лабиринт-пресс 2004
- Жизнь животных Т.6 Птицы М.: Просвещение 1986