Ваҡ һайыҫҡан
| Ваҡ һайыҫҡан | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Ултыраҡ популяциялар Күсеүсе популяциялар Үрсеүҙән тыш осорҙа осрай | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ваҡ һайыҫҡан, алағанат (рус. серый сорокопут, лат. Lanius excubitor)— турғай һымаҡтар отрядындағы ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ғәҙәттә, ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра. Ерҙән түбән генә осоп бара ла, текә күтәрелеп, тағы ла берәй ҡоро ботаҡҡа килеп ҡуна. һырты һоро. Күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ, ҡанаттары, оҙон ғына ослайыңҡырап торған ҡойроғо ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡанаттарындағы таптар һәм ҡойроғоноң ике яҡ ситендәге һыҙыҡ аҡ. Алағанаттан ҙур булыуы, һоро маңлайы менән айырыла.



Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы тупаҫ: «шәк-шәк».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман ситтәрендә, айырым ағаслы һәм һирәк ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, сысҡандар, ҡош йомортҡалары менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағаста йәки ҡыуаҡта оялай. Ҡара таплы 5—6 бөртөк аҡһыл йәшел йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
