Ведёхина Полина Юрьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ведёхина Полина Юрьевна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (26 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Волгоград
Volgograd[d]
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы разыгрывающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Лада[d]
Спорт төрө Гандбол
Буйы 177 сантиметр
Commons-logo.svg Ведёхина Полина Юрьевна Викимилектә

Полина Юрьевна Ведёхина (6 ғинуар 1994 йыл, Волгоград) — рәсәй гандболсыһы, Рәсәй йыйылма һәм «ЦСКА» командаһының һул ярымурта уйынсыһы. Рәсәйҙең спорт мастеры. 2015 йылда Йәйге универсиада чемпионы. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда Полина Волгоград «Динамо» составында өлкәндәр гандболында беренсе тапҡыр сығыш яһай. Беренсе миҙгелдә үк Ведёхина Рәсәй чемпионы була, шунан һуң тағы ике йыл рәттән аҡ-зәңгәрҙәр менән чемпион була[1]. 2014/15 миҙгелендә «Динамо» составында «Дүрт финалсыла» ҡатнаша. 2017 йылдың йәйендә ул Тольятти «Ладаһына» күсә, уның менән ике тапҡыр Суперлиганың көмөш миҙалын яулай.

2019 йылдың йәйендә Ольга ПГК ЦСКА уйынсыһы була[2].

Волгоград архитектура-төҙөлөш университетын тамамлай[3].

Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (2015 йылда Кореяла XXVIII Бөтә донъя йәйге Универсиадала еңеүе өсөн бирелә).

Йыйылма командаһында карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионы. Киләһе йылда юниорҙар донъя чемпионатында «көмөш» яулай. Тағы ла бер Европа чемпионаты «алтынын» Ведёхина Полина 2013 йылда йәштәрҙең Рәсәй йыйылма командаһы составында яулай, ә бер йылдан һуң йәштәр донъя чемпионатында көмөш миҙал ала.

2015 һәм 2017 йылдарҙа донъя чемпионатында ҡатнаша. 2015 йылда Кореяла үткән XXVIII бөтә донъя Йәйге универсиада еңеүсеһе .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ВЕДЕХИНА Полина Юрьевна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия  (рус.). www.infosport.ru. 11 март 2020 тикшерелгән.
  2. Полина Ведёхина  (рус.). Профессиональный гандбольный клуб ЦСКА (1994-01-05). 11 март 2020 тикшерелгән.
  3. Ведёхина Полина Юрьевна (англ.). Гандбольный клуб "ЛАДА" (Тольятти) (27 March 2018). Дата обращения 11 марта 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]