Венгрия климаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгрия климаты
Дәүләт  Венгрия
 Венгрия климаты Викимилектә

Венгрия климаты илдең географик урынына бәйле. Венгрия Үҙәк Европаның көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, Төньяҡ полюстан һәм экваторҙан яҡынса бер үк алыҫлыҡта (1000 километрҙан ашыу) ята, шулай уҡ Атлантик океан менән дә араһы яҡынса 1000 километрлап. Венгрия сиктәренән Урта диңгеҙ ярҙарына тиклем — 500 км. Климат үҙгәреүе һөҙөмтәһендә формалашҡан голоцен дәүерендәге экологик үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә формалашҡан һәм бәрелештәр булып тора һәм континенталь, океан һәм Урта диңгеҙ климаттары бергә осрашыуының һөҙөмтәһе булып тора. Шунлыҡтан Венгрияның һауа торошо бик үҙгәреүсән[1].

Йоғонто яһаусы факторҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрия климатына йоғонто яһаусы ике мөһим фактор — Атлантика менән Венгрия араһы һәм илгә көслө ҡойма ямғырҙар килтереүсе көнбайыш елдәре. Шул уҡ ваҡытта Венгрияның климаты Көнсығыш Европалағы һәм Рәсәйҙәге кеүек киҫкен континенталь түгел. Венгрия урынлашҡан Урта Дунай уйһыулығы, айырыуса Венгрияны уратып алған тауҙар уға үҙ йоғонтоһон яһай. Һалҡын атмосфера фронтының таралыуы әкренәйә, ә иҫкән елдәрҙең көсө тауҙарҙан үҙәндәргә иҫкән елдәргә — фёндарға ғына оҡшаш булып ҡала.

Венгрияның һауа торошона һәм климатына ике ғәйәт ҙур атмосфера өйөрмәһе йоғонто яһай: Исланд циклоны һәм Азор антициклоны. Исланд циклоны, атмосфера баҫымын кәметеп, илгә һыуыҡлыҡ һәм ямғырҙар килтерә. Азор антициклоны ҡыш һәм йәй килә, ул болоттарҙы ҡыуа, көндәр ҡояшлы һәм ҡоро була. Әммә, бынан тыш, Себер антициклоны йоғонто яһай, ҡышын Себер һәм Көнсығыш Европанан һалҡын һауа алып килә.

Ҡояш көндәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрияның төньяҡ һәм көньяҡ параллелдәре айырмаһы ни бары 2 градус ҡына тәшкил итә, бер йылда ҡояш нурҙарының ергә төшөү мөйөшөнөң минималь һәм максималь кимәлдәге айырмаһы ла шулай уҡ 3 градусҡа ғына айырыла.

Температураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гольфстримда башланған һәм Альп тауҙары яғынан иҫкән көньяҡ елдәре арҡаһында Венгрияла уртаса температура Австриялағынан 2,5 градусҡа юғары. Йыллыҡ уртаса температура — 8 градустан 11 градусҡа тиклем.

Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйге температура ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә бик ҡулай. Әммәмай айындағы һыуыҡтар уңышҡаа етди зыян килтереүе мөмкин.

Елдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һауа массалары хәрәкәтенең тиҙлеге, йүнәлеше елгә йоғонто яһай. 4000 м бейеклектә көнбайыш йүнәлеш өҫтөнлөк итә, ер өҫтөнә яҡын арауыҡта — төньяҡ-көнбайыш, ләкин Тиса йылғаһынан көнсығышҡа табан төньяҡ елдәре иҫә. Бофорт шкалаһы буйынса елдең көсө уртаса 1,5 баллдан 2,5 баллға тиклем етә (2-3 м/с).

Яуым-төшөм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 600 мм тәшкил итә. Илдең иң ҡоро өлөшөә — көнсығышта (Хортобадта 500 мм). Иң күп ямҡырҙар яуған төбәк — көнбайышта (1000 мм тиклем). Яуым-төшөмдөү күп ваҡыты яҙҙың һуңғы айына һәм иртә йәйгә тура килә, көньяҡ-көнбайышта яуым-төшөмдөң икенсе максимумы, Урта диңгеҙ климаты йоғонтоһона бәйле, октябргә тура килә. Көньяҡ-көнбайышта ямғырлы көндәр 100-ҙән артмай,Матра һәм Бюкк тауҙарындағы кеүек, әммә Тисаның үҙәк ағымында 80 көндән артмай. Альфельд тигеҙлегендә йәйгеһен ярайһы уҡ эҫе була. Йәйен йәшенле ямғырҙар яуа, борсаҡ яуыуы ла күҙәтелә. Ноябрь башынан алын март аҙағына тиклем ҡар яуа. Иң йоҡа ҡар ҡатламы 4 см тәшкил итә (Альфельд тигеҙлегенең көнсығышында яуа).

Һауаның дымлылығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрияның көнбайышында һауа дымлылығы 75 процентҡа етә; ғәҙәттә йәйен ул ҡышҡығаға ҡарағанда юғары. Уртаса һыу баҫымы буласаҡ Гидростатик баҫым 7,3 мм булғанда һыу уртаса1 куб метрға 7,4 г миҡдарында парға әйләнә.

Ер өҫтө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ерҙең өҫтө һәм бөтә илдең гидрологияһы климатҡа йоғонто яһай: был макроклимата һиҙелерлек сағылыш тапмай. Ҙур күлдәр (мәҫәлән,Балатон күле) тирәһендәге макроклимат быға миҫал була ала. Ҡомташ, доломит убалар һәм Будуны уратып алған ҡалҡыулыҡтар мезо — һәм микроклиматҡа шулай уҡ йоғонто яһай. Бейеклек айырмаһы 400 метрҙан Альфёльдта 900 метр4а тиклем тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ferenc Erdei. Information Hungary. — Pergamon Press, 1968. — С. 12 – 14.