Венгрия хөкүмәте
Уҡыу көйләүҙәре
| Венгрия хөкүмәте | |
| Нигеҙләү датаһы | 7 март 1848[1] |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Будапешт |
| Юрисдикция таралышы | Венгрия |
| Бойһонған ойошма (филиал) | Ministry of Interior[d], Ministry of Health[d], Ministry of Information Technology and Communications[d] һәм Ministry of Employment Policy and Labour of Hungary[d] |
| Рәсми сайт | kormany.hu |
Венгрия хөкүмәте (мадьярса Magyarország Kormánya) — Венгрияның төп башҡарма власть органы, ил парламенты алдында яуаплы[2]. Хөкүмәт премьер-министрҙан һәм министрҙарҙан тора. Премьер-министр республика президенты тәҡдиме буйынса Венгрия парламентында күпселек тауыш менән һайлана. Хөкүмәт ағзалары парламент алдында ант бирә. Хөкүмәт составы айырым закон нигеҙендә раҫлана, уға министрҙар — министрлыҡтар башлыҡтары, шулай уҡ айырым йөкләмәләрҙе үтәүсе министрҙар инә.
Венгрия хөкүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Хөкүмәт исеме | Эшләү ваҡыты | Премьер-министр | Фирҡәләр вәкиллеге |
|---|---|---|---|
| Немет | 1988 йылдың 24 ноябренән — 1990 йылдың 23 майына | Миклош Немет (MSZP) | Социалистик фирҡә |
| Анталл | 1990 йылдың 23 майынан — 1993 йылдың 12 декабренә тиклем | Йожеф Анталл (МДФ) | МДФ , ФКГП , КДНП |
| Боросс | 1993 йылдың 12 декабренән — 1993 йылдың 21 декабренә тиклем 1993 йылдың 21 декабренән — 1994 йылдың 15 июленә тиклем |
Питер Боросс (МДФ) | МДФ, ЭКГП , КДНП |
| Хорн | 1994 йылдың 15 июленән — 1998 йылдың 6 июленә тиклем | Дьюла Хорн (MSZP) | МСЗП, СЗДСЗ |
| Орбан I | 1998 йылдың 6 июленән — 2002 йылдың 27 майына тиклем | Виктор Орбан (Фидес) | Фидес , ФКгП, МДФ |
| Меджисси | 2002 йылдың 27 майынан — 2004 йылдың 29 сентябренә тиклем | Питер Меджисси (фирҡәһеҙ) | МСЗП, СЗДСЗ |
| Дюрчань I | 2004 йылдың 29 сентябренән — 2006 йылдың 9 июненә тиклем | Ференц Дюрчань (MSZP) | МСЗП, СЗДСЗ |
| Дюрчань II | 2006 йылдың 9 июненән — 2009 йылдың 14 апреленә тиклем | Ференц Дюрчань (MSZP) | МСЗП, СЗДСЗ |
| Байнай | 2009 йылдың 14 апреленән — 2010 йылдың 29 майынан | Гордон Байнай (фирҡәһеҙ) | Социалистик фирҡә |
| Орбан II | 2010 йылдың 29 майынан — 2014 йылдың 6 июненән | Виктор Орбан (Фидес) | Фидес, КДНП |
| Орбан III | 2014 йылдың 6 июненән — 2018 йылдың 19 майына тиклем | Виктор Орбан (Фидес) | Фидес, КДНП |
| Орбан IV | 2018 йылдың 18 майынан башлап | Виктор Орбан (Фидес) | Фидес, КДНП |
Ағымдағы хөкүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йылғы, Орбан IV хөкүмәте.
Венгрияның хәҙерге хөкүмәте власҡа 2018 йылғы парламент һайлауҙарынан һуң раҫланған. Хөкүмәт Премьер-министры Виктор Орбан, Фидес партияһы вәкиле, етәкселек итә. Хөкүмәт составына түбәндәге министрҙар инә:
| Министр | Министрлыҡтар |
|---|---|
| Виктор Орбан | Премьер- министр |
| Жолт Семен | Вице премьер-министр, милли сәйәсәт буйынса яуаплы |
| Джон Лазарь | Премьер-министр канцелярияһы министры |
| Антал Роган | Премьер-министр канцелярияһы министры |
| Петер Шиярто | Сит ил эштәре һәм сауҙа министры |
| Шандор Пинтер | Эске эштәр министры |
| László Trócsányi | Юстиция министры |
| Майкл Варга | Халыҡ хужалығы министры |
| Золтан Балог | Кеше ресурстары министры |
| Миклош Сестак | Милли үҙеш министры |
| Шандор Фазекаш | Ауыл хужалығы министры |
| Иштван Симицко | Оборона министры |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ József B., László H. Magyarország kormányai (венг.) — 5 — Akadémiai Kiadó, 2004. — 549 с.
- ↑ Венгрия Конституцияһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Венгрия хөкүмәте сайты (инг.)