Венгрия һынлы сәнғәт музейы (Будапешт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һынлы сәнғәт музейы (Будапешт)
Szépművészeti Múzeum
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1906
Сайт szepmuveszeti.hu​ (инг.)
Логотип Викисклада Һынлы сәнғәт музейы (Будапешт) Викимилектә

Һынлы сәнғәт музейы (Будапешт, мадьярса  Szépművészeti Múzeum) — Венгриялағы сит ил һынлы сәнғәте музейы. Венгр сәнғәте өлгөләрен Венгрия милли галереяһында күрергә була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей 1896 йылда ойошторолған, ун йылдан һуң асылған, яңы классика стилендәге Батырҙар майҙанында бинала урынлашҡан здании. Был бина архитектороҙар Альберт Шикеданц һәм Фюлёп Херцог проекты буйынса Мючарнок күгәҙәмә залына ҡаршы яҡта төҙөләгән.

Төп экспозиция алты бүлектән тора:

  • Боронғо Мысыр бүлеге — уның төп өлөшө венгр египтологы Эдуард Малер (1857—1945) йыйған шәхси коллекцияһынан тора.
  • Антика сәнғәте бүлеге — Мюнхен коллекционеры Пауль Арндт йыйған сәнғәт өлгөләре.
  • Австрия менән Германия ағас скульптура өлгөләре. Бында XVI быуатта Леонардо да Винчи һүрәттәре буйынса эшләнгән бронза статуэтка тамашасыларҙы йәлеп итә.
  • Графика һәм гравюры бүлегендә Рембрандттың 15 эше, Гойяның 200 эше һәм Леонардо да Винчиның «Ангиари янындағы алыш» картинаһына (фреска) әҙерлек барышында эшләнгән һүрәте ҡуйылған.
  • Яңы оҫталар галереяһында романтиктар һәм импрессионистар — Делакруа, Роден, Моне, Мане һәм Сезанн.
  • Элекке оҫталар галереяһы бигерәк тә портрет жанрындағы картиналарға бай. Экспозицияла кенәз Эстерхазиҙарҙың коллекцияһынан 700-гә яҡын элекке оҫталар картинаһы. Музей ойошторғанда уларға тағы Буда замогынан һәм граф Зичиҙар биләмәләренән килтерелгән картиналар ҡушылған. Сәнғәт һөйөүселәр билдәһеҙ M. S. исемле рәссамдың Банска Штьявництағы Изге Ғиффәтле Мария сиркәүенең алтарь өлөшө өсөн яҙылған полиптриптихы менән таныша ала. Голландия рәссамы Корнелис де Мандың «Шахматистар» көнкүреш картинаһы шахмат темаһын үҙенсәлекле итеп аса, ул 1871 йылда музей өсөн һатып алынған.

Музей сит ил сәнғәте өлгөләрен күрһәтеү экспозицияһы итеп ойошторолһа ла, венгр скульпторы Виктор Вазарели уға үҙенең бик күп эштәрен бүләк итә. Улар Обудала (Будапешт) Зинчи биләмәһендә ҡуйылған.

Һынлы сәнғәт музейы ваҡытлы күргәҙмәләр ойоштора, уларҙа, мәҫәлән, Лувр кеүек бөтә донъяға билдәле музейҙар үҙ коллекцияларын күрһәтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Венгрия. Издательство «Вокруг света», 2009 ISBN 978-5-98652-226-5
  • Михаэль Херл. Будапешт. Издательство Polyglott, 1996 ISBN 5-88395-021-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]