Эстәлеккә күсергә

Вахитов Венер Абсатар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Венер Абсатар улы Вахитов битенән йүнәлтелде)
Вахитов Венер Абсатар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ноябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Солтанморат, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Вахитов Венер Абсатар улы (11 ноябрь 1945 йыл) — ғалим-биохимик, биолог һәм биотехнолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), биология фәндәре докторы (1990), профессор (1993), Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Венер Абсатар улы Вахитов[1] 1945 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуа.

19641969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый. Юғары һөнәри белем алғас, 1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй.

19701974 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының аспирантураһында «Биохимия» специальносы буйынса уҡый. Аспирантураны тамамлағас, 1977 йылда Ленинградта Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Союз үҫемлекселек институтында «Бойҙайҙың полиплоидлы төрҙәренең һәм уларҙың ҡырағай нәҫелдәштәренең геномдарында ҡабатланыусы нуклеотидлы эҙмә-эҙлелектәр» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (ғилми етәксеһе — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы В. Г. Конарев). 1974—1989 йылдарҙа кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, молекуляр биология лабораторияһы мөдире.

1990 йылда Вахитов Украина Фәндәр академияһының Молекуляр биология һәм генетика институтында «Молекуляр биология» һөнәре буйынса «Бойҙайҙың полиплоидлы формаларының һәм уларҙың ҡырағай нәҫелдәштәренең геномында рРНК гендарының структур-функциональ ойошторолошо» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (ғилми консультанты — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы В. Г. Конарев). 1990 йылдан әлеге ваҡытҡаса Венер Абсатар улы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры булып эшләй.

1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Молекуляр биология һәм биотехнология» специальносы буйынса ғәмәли ағзаһы итеп һайлана. 1993 йылда уға «Молекуляр биология» специальносы буйынса профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Вахитов кесе йәҙрәләр селтәре доминантаһы хас булған үҫемлектәр геномдарында рРНК гендарының дифференциаль экспрессия механизмдарын тикшерә; һыуыҡ шогы аҡһым гендары, лектиндар, α-, β үҙенсәлекле циклодекстринглюканотрансферазалар һәм липазалар экспрессияһы төҙөлөшө һәм көйләнеше тураһында мәғлүмәттәр ала; бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк вирусына ҡаршы ДНК-вакцина прототибын эшләй.

Вахитов В. А. әле Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы фән докторлығына һәм фән кандидатлығына диссертация яҡлау буйынса совет (биология фәндәре) составына инә[2].

Венер Вахитов 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы һәм 25 авторлыҡ танытмаһы менән патентҡа эйә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2002).

Вахитов етәкселегендә 1 докторлыҡ һәм 10 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Биотехнология өлкәһендәге фәнни мәктәпте барлыҡҡа килтергән.

  • Чемерис А. В., Ахунов Э. Д., Вахитов В. А. Секвенирование ДНК. М., «Наука», 1999. 430 с.
  • Сибиряк С. В., Вахитов В. А., Курчатова Н. Н. Цитохром Р450 и иммунная система: факты, гипотезы, перспективы. Уфа: «Гилем». 2003. 211 с.
  • Середенин С. Б., Вахитова Ю. В., Вахитов В. А. Молекулярно-биологические подходы к созданию геноспецифичных фармакологических препаратов // Эксперим. и клинич. фармакология. 2001. № 3. С.3-12.
  • Вахитов В. А., Чемерис А. В., Сабиржанов Б. Е., Ахунов Э. Д., Куликов А. М., Никоноров Ю. М., Гималов Ф. Р., Бикбулатова С. М.,
  • Баймиев Ал. Х. Исследование филогении Triticum L. и Aegilops L. на основе сравнения нуклеотидных последовательностей промоторных областей рДНК // Генетика. 2003. Т.39, № 1. С.5-17.
  • Яхин О. И., Лубянов А. А., Калимуллина З. Ф., Яхин И. А., Вахитов В. А., Чемерис А. В., Гималов Ф. Р., Матниязов Р.Т. Антистрессовая активность регулятора роста растений эпина -экстра // Законность. 2009. № 3. С. 25-27.
  • Гарафутдинов Р. Р., Никоноров Ю. М., Чемерис Д. А., Постригань Б. Н., Чубукова О. В., Талипов Р. Ф., Вахитов В. А., Чемерис А. В. Новые способы генерации сигнала флуоресценции при анализе однонуклеотидных замен с помощью химерных гибридизационных зондов в реальном времени // Биоорганическая химия. 2009. Т. 35. № 5. С. 665—673.
  • Бикбулатова С. М., Чемерис Д. А., Никоноров Ю. М., Машков О. И., Гарафутдинов Р. Р., Чемерис А. В., Вахитов В. А. Способы детекции результатов полимеразной цепной реакции в режиме реального времени // Вестник Башкирского университета. 2012. Т. 17. № 1. С. 59-67.
  • Яхин О. И., Лубянов А. А., Яхин И. А., Вахитов В. А. Протекторная роль биорегулятора стифуна при негативном действии кадмия // Доклады Российской академии сельскохозяйственных наук. 2007. № 4. С. 19-21.
  • Сибиряк С. В., Разумная Ф. Г., Салимгареева М. Х., Садовников С. В., Серединин С. В., Вахитов В. А. Влияние афобазола на пролиферативную активность лимфоцитов периферической крови в системе in vitro // Российский иммунологический журнал. 2009. Т. 3(12), № 1. С. 8-13.
  • Бикбулатова С. М., Мингазетдинова С. Р., Чемерис А. В., Вахитов В. А. Эволюция in vitro — есть ли предел методам «перетасовки» генов? // Успехи современной биологии. 2009, Т.129, № 4, С. 323—335.