Венчур филантропияһы
Венчур филантропияһы венчур эшҡыуарлығы концепцияһын һәм ысулдарын филантроптарҙың маҡсаттары менән берләштерә. Ул финанс ресурстары һәм матди өлкәгә инмәгән булышлыҡ менән көслө социаль ойошмалар һәм проекттар төҙөүгә йүнәлтелгән. Социаль инвестициялар һәм гранттар кешеләрҙең тормош-көнкүрешен яҡшы яҡҡа үҙгәртә торған стартаптарға һәм эштәргә (фәҡирлек менән көрәш, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау) һалына. Венчур филантропияһына социаль эшҡыуарлыҡ һәм һөҙөмтәле альтруизм фәлсәфәһе оҡшаш[en]. Венчур филантропияһына түбәндәге билдәләр хас[1][2][3]:
- Һынауҙар үткәреүгә һәм яңы юлдар ҡулланыуға әҙерлек.
- Финанс, интеллектуаль һәм кеше капиталы тәҡдим итеү.
- Эшлеклелек күнекмәләрен коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа ҡулланыу.
- Социаль проекттарҙы оҙайлы мөҙҙәткә финанслау (3 — 7 йылға).
- Һалынған аҡсаларҙың һөҙөмтә килтереүенә булышлыҡ итеү, проекттың мөмкинлектәрен арттырыу.
- Глобаль методикаларҙы урындағы шарттарға яраҡлаштырыу.
- Инвесторҙың проектта төплө ҡатнашыуы, хатта коммерцияға ҡарамаған ойошманың етәкселеге составына инеүе.
- Социаль проекттарҙан килем алыу һәм уны проектты киңәйтеүгә һалыу (ләкин социаль һөҙөмтә килем алыуҙан мөһимерәк булып ҡала).
- Алынған һөҙөмтәне инвесторҙарҙың һәм ярҙамды алыусыларҙың бергәләп баһалауы.
- Алынған һөҙөмтәләргә ҡарап, инвестицияларҙы башҡа проекттарға күсереүгә әҙерлек.
Венчур филантропияһына ылыҡтырыуҙың өс моделе бар: гранттар системаһы менән традицион фондтар булдырыу; ялланған профессиональ штат аша эш итеүсе филантроптар тарафынан финансланған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ойоштороу; венчур капиталы инвесторҙары инвестиция алыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән партнёрлыҡтар ойоштороу (pass-through funds).
Венчур филантропияһына түбәндәгеләрҙең эшмәкәрлеге ҡарай: Билл һәм Мелинда Гейтстарҙың фонды, Омидьяр селтәре, New Profit Inc., Echoing Green, Мулаго фонды, Европа венчур филантропияһы ассоциацияһы, Foundation for Advanced Philanthropy[4], Social Venture Partners International, Social Venture Network, Brainerd Foundation, Kirsch Foundation, Silicon Valley Community Foundation, Silicon Valley Social Venture Fund, Robin Hood Foundation, Tipping Point Community, Austin Social Venture Partners, Community Development Venture Capital Alliance, Community Wealth Ventures, Dallas Social Venture Partners, The Enterprise Foundation, Global Partnerships, Roberts Enterprise Development Fund.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 'Venture philanthropy' is new buzz in business: Buffett, Gates not the only tycoons reshaping world of charitable giving (ингл.). NBC News. Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Venture Philanthropy: The New Model (ингл.). Kirsch Foundation. Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ What is VP? (ингл.). EVPA. Дата обращения: 10 май 2015. 2015 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Welcome to The Foundation for Advanced Philanthropy (ингл.). Дата обращения: 10 май 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- What is Venture Philanthrophy?
- Венчурная филантропия: прямые инвестиции в благотворительность 2015 йыл 18 май архивланған.
- Венчурная филантропия 2015 йыл 18 май архивланған.
- Венчурная благотворительность (Venture Philanthropy) 2016 йыл 5 март архивланған.