Эстәлеккә күсергә

Билл менән Мелинда Гейтстар фонды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билл менән Мелинда Гейтстар фонды
ингл. Bill & Melinda Gates Foundation
ингл. Bill & Melinda Gates Foundation
Тип

хәйриәлек фонд

Нигеҙләнгән

1994

Элекке исеме

Уильям Гейтс фонды

Нигеҙләүсе

Билл менән Мелинда Гейтстар

Сайт

http://www.gatesfoundation.org/

 Билл менән Мелинда Гейтстар фонды Викимилектә

Билл һәм Мелинда Гейтстар фонды (ингл. Bill & Melinda Gates Foundation) донъялағы иң ҙур хәйриәлек фондтары исемлегенә инә, уны Билл менән Мелинда Гейтстар асҡан. Фонд идараһы ағзаларының береһе — Уоррен Баффет.[1]

Фондҡа 1994 йылда нигеҙ һалына, ул башта Уильям Гейтс фонды тип атала (ингл. William H. Gates Foundation). 1999 йылда исеме Билл һәм Мелинда Гейтстар фонды тип алмаштырыла, ә 2000 йылда ул Гейтстың Мәғариф фонды менән ҡушыла (ингл. Gates Learning Foundation). Фонд Сиэтлда урынлашҡан, 2011 йылдың 30 сентябренә ҡарамағында 33,5 миллиард доллар була.[2] Үҙҙәренең хәйриәлек эшмәкәрлеге өсөн Билл менән Мелинда Гейтстар (шулай уҡ музыкант Боно) 2005 йылда Time журналы тарафынан йыл кешеләре тип таныла. 2010 йылдың июнендә Уоррен Баффет АҠШ тарихында иң ҙур иғәнә 37 миллиард доллар күсерә.

Фондтың төп маҡсаты — һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү һәм уны яҡшыртыу, шулай уҡ фәҡир илдәрҙә аслыҡты бөтөрөү. Фонд ВИЧ/СПИД-ты һәм туберкулёзды дауалау программаһына, малярия менән көрәшкә, Һиндостан һәм Африка балаларын иммунизациялау проекттарына һәм башҡаларға аҡса бирә.

Ҡушма Штаттарҙа Фондтың өҫтөнлөклө йүнәлеше — белем биреү системаһын камиллаштырыу программаһы. Мәҫәлән, 2009 йылда фонд АҠШ-та дистанциялы уҡытыу ысулдарын яҡшыртыуға, мультимедиалы уҡыу материалдарына, шулай уҡ интерактив уҡыу кластарына 12,9 миллион доллар бүлергә йыйыныуын белдерә[3]. 2009 йылдың көҙөндә Фонд Украинаға дөйөм китапханаларҙы компьютерлаштырыуға 25 миллион доллар бүлә[4].

2009 йылдан башлап Билл Гейтс Билл һәм Мелинда Гейтстар фондының рәсми сайтында "Билл Гейтстың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе"н баҫтырып сығара, ул унда хәйриә ойошмаһының ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары тураһында һөйләй.

2009 йылда абруйлы медицина журналы The Lancet Фондты тәнҡитләп сығыш яһай, уның һаулыҡ һаҡлауҙағы тормошсан ихтыяждарға иғтибар итмәүен, ойошма бүлгән аҡсалар нисек тотонолоуының асыҡ күренмәүен билдәләй.[5] Фондтың ҡыҫҡа ваҡытлы киләсәккә йүнәлгәнлеге һәм фәҡир илдәрҙең Көнбайыш ярҙамына бойондороҡлолоғо артыуы ла тәнҡитләнә.

Фонд һалған аҡсаһынан мөмкин тиклем күберәк табыш килтерерлек активтарҙы инвестициялай, һөҙөмтәлә инвестицияланған компаниялар араһында Фонд фәҡирлеккә ҡаршы көрәшкән илдәрҙә фәҡирлекте арттырғаны өсөн тәнҡитләнгән компаниялар ҙа бар.[6] Ундайҙарға тирә-яҡ мөхитте ныҡ бысратҡан һәм үҫеш кисереүсе илдәргә дарыу һатмаған компаниялар инә.[7] Матбуғаттағы тәнҡиткә яуап итеп, Фонд 2007 йылда социаль яуаплылығын баһалау өсөн аудит үткәрәсәген иғлан итте.[8] Ләкин һуңынан аудиттан баш тартты.[9]

Гейтстың дәүләт мәктәптәрен реформалау программалары мәғариф хеҙмәткәрҙәренең, ата-әсәләрҙең һәм реформаларға ҡарата тикшеренеүҙәр үткәреүселәрҙең тәнҡитенә дусар булды, был реформаларҙы улар дәүләт белем биреү системаһын емереү тип баһаланы. Реформа дәүләткә ҡарамаған уҡыу йорттарын асыу өсөн мәктәптәрҙе ябыуҙы; студенттарҙы, уҡытыусыларҙы һәм мәктәпте баһалау өсөн стандартлаштырылған тестар файҙаланыуҙы һәм уҡытыусылар хеҙмәтенә тест һөҙөмтәһе буйынса түләүҙе күҙҙә тота. Тәнҡитселәр шулай уҡ Гейтстың, һайлаусылар һәм һалым түләүселәр алдында отчет биреүсе булмаһа ла, дәүләттең мәғариф сәйәсәтенә үтә ҙур йоғонто яһауын билдәләй.[10][11][12]

  1. Уоррен Баффет бьет рекорды благотворительных взносов BBC, 2010
  2. Bill & Melinda Gates Foundation Fact Sheet. Дата обращения: 27 март 2012. Архивировано 17 июнь 2012 года.
  3. Фонд Билла Гейтса вложит $12,9 млн в американское образование, CNews (04.12.09).
  4. Билл Гейтс дал украинским библиотекам денег на интернет, Lenta.ru (01.10.2009).
  5. The Lancet раскритиковал финансовую политику фонда Билла Гейтса, MedPortal.ru (08.09.2009).
  6. Report: Gates Foundation Causing Harm With the Same Money It Uses To Do Good, Democracy Now!, January 09, 2007
  7. Dark cloud over good works of Gates Foundation, Los Angeles Times, January 7, 2007
  8. Gates Foundation to review investments, The Seattle Times, January 10, 2007
  9. [Gates Foundation to maintain its investment plan], The Austin Statesman, January 14, 2007
  10. Barkan, Joanne Got Dough? How Billionaires Rule Our Schools. (Winter 2011). Дата обращения: 8 февраль 2011. Архивировано 13 апрель 2012 года.
  11. Diane Ravitch.
  12. Philip E.