Social Venture Network

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Social Venture Network
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләү йылы

1987

Нигеҙләүселәр

Джошуа Мейлман һәм Уэйн Силби

Урыны

Сан-Франциско, Калифорния, АҠШ[1]

Эшмәкәрлек өлкәһе

өслө критерий концепцияһы, социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеү

Слоган

Юлдар һалыу (ингл. Lead the Way)

Веб-сайт

svn.org

Social Venture Network (SVN, «Социаль венчур селтәре») — ағзалары тотороҡло үҫешеүҙең стабиль йәмғиәт, социаль инновациялар һәм әһәмиәтле социаль йоғонто яһауға ынтылған Америка Ҡушма Штаттарындағы коммерциялы булмаған ойошма. 1987 йылда Джожуа Мейлман һәм Уэйн Силби ойошмаға нигеҙ һала, штаб-квартира Сан-Франциско ҡалаһында, Калифорния штатында урынлашҡан. Social Venture Network йөҙләп социаль яуаплы бизнес-лидерҙарҙы, шәхси компанияларҙы, социаль предприятиеларҙы, социаль инвесторҙарҙы һәм коммерциялы булмаған ойошмаларҙы. SVN даими рәүештә конференциялар һәм осрашыуҙар үткәрә, шунда ҡатнашыусылар тәжрибәләре менән бүлешәләр һәм киләсәккә эшләү стратегияһын эшләйҙәр, төрлө номинацияларҙығы еңеүселәрҙе бүләкләй, китаптар баҫтырып сығара[2][3][4][5][6][7].

Social Venture Network эш этикаһы һәм копоратив социаль яуаплылыҡ өлкәләрендә икенсе уңышлы ойошмаларға өлгө һәм дәрт бирә. Шул ойошмалар араһында B Lab, Investors' Circle, Net Impact, Business Alliance for Local Living Economies, Social Enterprise Alliance, Business for Social Responsibility һәм Pinchot University бар. 1996 йылда Гэри Хиршберг, Stonyfield Farm аҙыҡ компанияһының президенты, бизнесмендар һәм коммерциялы булмаған ойошмаларҙың ағзалары өсөн йылына ике тапҡыр форумдар үткәргән Социаль венчур институтын нигеҙләй[8].

2004 йылда Social Venture Network компанияһы SVN китап серияһын барлыҡҡа килтереү маҡсаты менән Berrett-Koehler Publishers (Сан-Франциско) матбуғат нәшриәте менән эшләй башлай. Был сериялағы китаптар социаль бизнесты башлап ебәреү һәм үҫтереү буйынса практик белешмә кеүек SVN ағзалары менән яҙыла, улар йомшаҡ тышта, PDF форматында йә электрон китаптар ярҙамында уҡыу өсөн баҫтырылып сыға.

2007 йылдан башлап Social Venture Network үҙенең Bridge Project проекты сиктәрендә йәш социаль эшҡыуарҙарға үҙҙәренең социаль йоғонто яһауын билдәләүҙә һәм киңәйтеүҙә ярҙам итер өсөн уларға инновацион эшмәкәрлек өсөн престижлы премиялар бирә һәм уларҙы стипендиялар менән тәьмин итә. KOMAZA, Design that Matters, TerraCycle, Back to the Roots, Revolution Foods, World of Good, Root Capital, Green for All кеүек предприятиелар һәм ойошмалар үҙ ваҡыттарында премияның лауреаттары була (Social Venture Network ойошмаһы бүләкләгәндән һуң ҡайһы бер еңеүселәрҙе шулай уҡ Echoing Green, The Hitachi Foundation һәм White House Champions of Change компаниялары бүләкләй[9], еңеүселәр Forbes Impact 30 йыл һайын булған рейтингка инәләр[10]).

2011 йылда Social Venture Network социаль эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн семинарҙар серияһы һәм тренингтар үткәреү өлкәһендә Эсален институты менән эшләй башлай. Social Venture Network штаб-квартираһы «йәшел офис» кеүек сертификациялана. Ойошма компанияларҙы B Corporation разрядына керетер өсөн методик китаптар һәм популяр булған Sustainable Shopping Guide гид-белешмә баҫтырып сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Social Venture Network  (инг.). Idealist. 27 май 2015 тикшерелгән.
  2. About SVN  (инг.). Social Venture Network. 27 май 2015 тикшерелгән.
  3. Social Venture Network Links Impact Investing With Its Past  (инг.). The Huffington Post. 27 май 2015 тикшерелгән.
  4. The Social (Venture) Network  (инг.). Forbes. 27 май 2015 тикшерелгән.
  5. How the Social Venture Network changed business in America  (инг.). GreenBiz Group. 27 май 2015 тикшерелгән.
  6. Social Venture Network  (инг.). The American Sustainable Business Council. 27 май 2015 тикшерелгән.
  7. Social Venture Network  (инг.). BBMG. 27 май 2015 тикшерелгән.
  8. Social Venture Institute  (инг.). 27 май 2015 тикшерелгән.
  9. From "Senioritis" to Sustainable Solutions  (инг.). White House Champions of Change. 27 май 2015 тикшерелгән.
  10. 30 Top Social Entrepreneurs  (инг.). Forbes. 27 май 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]